Аҡйондоҙ - актер Хәким Мортазиндың ҡыҙы. Ул атаһының әсәһе Айгөл менән танышыу тарихын бәйән итте. Үҙенең актриса, режиссер Әлмира Ҡыуатова менән төшкән фотоһы аҫтына: "Әлмира апай ҡасандыр тәүгеләрҙән булып атайымдың әсәйемә битараф булмауын һиҙгән. "Хәким Айгөл тирәләй әйләнде лә әйләнде, уға ғашиҡ күҙҙәре менән ҡараны, ләкин яҡын барырға батырсылыҡ итмәне", - ти ул. Ошо мәлдә ул барыһын да үҙ ҡулына алырға ҡарар итә, уның менән һөйләшә, еңелсә әрләп, дөрөҫ юлға баҫтыра. Уның менән һөйләшеп алғандан һуң, атайым ҡыйыу рәүештә беренсе аҙым яһай. Был артабан оло һөйөүгә, беҙҙең ғаиләнең тыуыуына, ағайымдың һәм минең донъяға килеүемә булышлыҡ итә. Осраҡлы һөйләшеү яҙмыштарҙы хәл итә! Беҙҙең һөйләшеүҙән. Әлмира апай: Һинең ата-әсәңде мин ҡауыштырҙым бит! Мин: Тимәк, бөтәһе лә һеҙҙең арҡала?! Әлмира апай: Эйе-е-е, әгәр мин булмаһам, һин дә булмаҫ инең! Ошо тарихты уның ауыҙынан ишетеүем ниндәй бәхет! Рәхмәт инде уға!" - тип яҙған. Бик йылы хәтирәләр. Аҡйондоҙға бәхетле киләсәк насип итһен. Ә күптәрҙең яратҡан актеры Хәким Мортазиндың йәне ожмахта булһын. Сығанаҡ: https://vk.com/akjondoz_13?w=wall244627970_2709%2Fall Фото: https://vk.com/akjondoz_13