Бишбүләк районының үҙәк китапханаһында 25 йыл хеҙмәт итеүсе конкурсантыбыҙ Надежда Николаева бөгөн был һөнәр эйәләренән бик күп оҫталыҡ талап итеүен белдерә. -Хәҙер китапханасылар заманса техниканы белергә, китап уҡыусыларҙың талаптарын тиҙ генә күрергә, яҡшы ойоштороусы булырға тейеш. Бәлки, китапханасының эше табиптыҡы, уҡытыусыныҡы һымаҡ бик күренеп бармаһа ла, ләкин йәмғиәткә индергән өлөшө уларҙың бик ҙур, - ти Надежда Ғәлиҙин ҡыҙы. Үҙенең хеҙмәт юлын ул 1992 йылда китапханала хеҙмәтләндереү бүлегендә башлай. Силәбе ҡалаһында дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлағас, 2017 йылдан Бишбүләк китапханалар системаһының мәғлүмәт-библиография бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Ә 2020 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ойоштороу-методика бүлегенә етәкселек итә. Уның бүлеге башҡарған эштәр бихисап. Китапхана хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү, ауыл китапханасылары өсөн район семинарҙары, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, уҡыусылар өсөн конкурстар, акциялар уҙғарыу ҙа улар иңендә. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй конкурсантыбыҙ. 2022 йылдан “Бишбүләк районы мәҙәниәтенең ирекмәндәре” йәмәғәт хәрәкәтенә етәкселек итә. Райондың спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша ул. Конкурсантыбыҙҙың тырыш хеҙмәте төрлө кимәлдәре маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. -Яҙмышыма тап ошо һөнәрҙе һайлауыма рәхмәтлемен, - ти ул. Үҙ эшен яратҡан китапханасы ғына түгел, һөйөклө ҡатын, өс ҡыҙға әсәй, оҫта хужабикә лә ул. Конкурсантыбыҙға бәхетенең һәр ваҡыт тулы булыуын һәм гәзитебеҙ конкурсында ла еңеүгә өлгәшеүен теләйбеҙ. Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә китапханасылар араһында барған конкурс ҡатнашыусылары өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фото: Надежда Николаева архивынан.