Был тарихты "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөндә һөйләгәндәр. Гүзәл Ғүмәрова үҙенсәлекле дауалау ысулы тураһында бына нимә тигән: "Мин, бер ваҡыт баҫҡыстан йығылып, аяғымды ныҡ ҡына йәрәхәтләгәс, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән бер ҡатын менән осраҡлы танышып, ул миңә еңел генә дауаланыу ысулын өйрәтте. Күп тапҡырҙар яҙып та сыҡтым инде һорағандарға. Үҙе ябай, үҙе бер тин аҡса сығармайынса дауаланыу ысулы — ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу. Ул ҡатын, аварияға эләгеп, аяҡтарымды бөртөкләп йыйҙылар, бер йыл эсендә 19 операция эшләнеләр, аҙаҡ профессор ҡырмыҫҡа иләүенә ултыр тип ҡайтарып ебәрҙе, миңә өс тапҡыр ултырыу етте, шунан һауыҡтым, әлхәмдүлиллаһ, тип һөйләгәйне. Мин дә шул ысул менән шифаланып, һеҙгә лә тәҡдим итәм. Кемдеңдер, ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырып, өйгә алып ҡайтҡан осраҡтарын да ишеткәнем бар, тик улай шифаланам тип, киреһенсә, ҡырмыҫҡаларҙың рәнйешен алырға мөмкин бит. Иң яҡшыһы — үҙеңә урманға барыу. Ҡырмыҫҡа иләүенең өҫтөнә түгел, ситенә генә аяҡты ҡуйып ултырыу ҙә етә. Ҡырмыҫҡалар а