Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Фәнил Ҡарасурин бер эфирында НТВ телеканалында экранға сығасағы тураһында әйтә биреп ҡуйғайны. Шәп юмористик вайндар төшөргән блогерҙың федераль телевидение майҙансығына барып инеүенә аптырамағайныҡ та. Тик ундағы тапшырыуҙың нимә хаҡында булыуы сер булып ҡалғайны. Әле килеп үҙен зәңгәр экрандарҙа күргәс, бөтәһе лә аңлашылды. Талантлы яҡташыбыҙ "Газпром"дың яңы рекламаһында төшкән икән. Ялдарҙа НТВ телеканалында таныш йөҙ пәйҙә булғас, рәхәтләнеп ҡараныҡ. Етмәһә реклама башҡортса бара, экранда аҫта русса текст субтитрҙар рәүешендә генә бирелгән. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр коммерция рекламаһында илебеҙҙең күп милләтле булыуына баҫым яһала, геройҙар туған телендә һөйләшә. Башҡа милли республикаларҙа был сюжет татарса, сыуашса, яҡутса һ.б. төшөрөлгәндер, күрәһең. Эстәлеге яҡынса ошолай: Фәнилдең өйөнә газовик газ ҡорамалдарын тикшерергә килә. Эште тамамлап, үҙ-ара һөйләшеп алалар. Хужа тиҙҙән улы тыуасағын хәбәр итеп, хеҙмәткәрҙе сәй эсергә саҡыра... Бик йылы сюжет килеп сыҡҡан. Афарин, Фәнил, артабан да уңыштар һиңә! Фото: https://vk.com/kurshebrat