Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауыл китапханаһының китапханасыһы Нуриҙә Сабирйәнова әйтеүенсә, китап менән дуҫ булыу бөтә яҡлап та отошло. Китап уҡыған кеше насар ҡылыҡтарҙан һәм яман эштәрҙән йыраҡ йөрөй. Ул белемле лә, киң эрудуциялы ла. Нуриҙә мәктәптә тик "4" һәм "5" билдәләренә генә уҡыған, бәләкәйҙән әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яратҡан. Тәрәнерәк белем алыу ниәтендә ҡыҙ баш ҡалабыҙға юлланып, элекке Өфө китапханалар эштәре һәм киң коммуникацяилар колледжына уҡырға ингән. – Айырыуса балаларҙа китапҡа һөйөү уятыуҙы бәләкәйҙән үк башларға кәрәк, – ти әңгәмәсем. – Мәҫәлән, бының өсөн төрлө саралар ойошторам. Әҙәби дебют тигәне ҡыҙыҡлы ғына – ҡыҙ һәм малайҙарҙың үҙҙәренән уҡып сыҡҡан китапты һөйләтәм. Иң беренсе нимә тураһында һүҙ бара? Автор нимә әйтергә уйлаған? Ошо һорауҙарға яуап биргәс, әҫәрҙе өйрәнеүҙе артабан дауам итәбеҙ. Шулай уҡ әҙәби дебаттар күңелле үтә, бында инде һәр кем теге йәки был әҫәр буйынса үҙенең фекерен әйтә. Фекерегеҙҙе әйтергә ҡурҡмағыҙ, уны миҫалдар менән нығытып ҡуйырға онотмағыҙ, тип уҡыусы балаларҙы өйрәтәм. Түбәнге Үтәш ауыл китапханаһына ололарҙың да, йәштәрҙең дә берҙәй әүҙем йөрөүе ҡыуандыра. Әлбиттә, был осраҡта Нуриҙә ханымдың тырышлығын билдәләмәү мөмкин түгел. Фото: Нуриҙә Сабирйәнова.