Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Китапханасы педагог та булырға тейеш”

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Китапҡа һөйөү уятам” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Гөлсинә Вәкил ҡыҙы Абдуллина – Дәүләкән районының Раев ауылы китапханаһының төп китапханасыһы. Быйыл августа уның хеҙмәт стажына 40 йыл тула. Ғүмер буйы ул ауыл һәм мәктәп китапханаһында эшләгән. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә тарих фәнен уҡытҡан. - Эшемде бик яратып атҡарам. Бәләкәй сағымдан уҡ шул ҡәҙәре китап уҡырға ярата инем. Шуға Өфө китапхана техникумына уҡырға индем. Тағы балалар менән эшләргә яратам, - ти уңған китапханасы Гөлсинә Вәкил ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған. Китапханасы педагог та булырға тейеш, тигән фекерҙә ул. Китапханала төрлө саралар үткәрелә: китап күргәҙмәләре, презентациялар, тематик сәғәттәр, фольклор байрамдары, төрлө конкурстар, хәтер кисәләре. Гөлсинә Вәкил ҡыҙы ире Фәнил Хәмит улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике ейәндәре, ейәнсәрҙәре бар. Гөлсинә Вәкил ҡыҙы – 2003 йылда үткәрелгән Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ауыл китапханаһы” республика конкурсында II дәрәжә лауреат булған. Бынан ике йыл элек Гөлсинә Вәкил ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһыны иң яҡшы ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәре” тигән исем бирелгән. Фотолар: Гөлсинә Абдуллинаның шәхси архивынан.