Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балаларҙың күңеленә – китап аша

Быйыл Бөтә Рәсәй китапханалар көнө дәүләт кимәлендә егерме туғыҙынсы тапҡыр билдәләнәсәк. Ошо ваҡыт эсендә был системала күп нәмә үҙгәрҙе, китапхананың функциялары киңәйҙе: ул йәмғитебеҙҙең күп яҡлы мәғлүмәт сығанағына һәм мәҙәни киңлеккә әүерелде. Яңыраҡ ҡына күптәребеҙ китапхана һүҙен ишетеү менән китап кәштәләре теҙелгән һәм иҫ киткес тынлыҡ хөкөм иткән урынды күҙаллаһа, хәҙерге китапханалар заманса йыһазландырылған, һанлы технологиялар ҡулланған яйлы киңлектәрҙә әүерелде. Шул уҡ ваҡытта, гаджеттар күп булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ уҡыуҙан туҡтаманы, тип белдерә китапханасылар. Хәҙер бында элеккесә китаптар, текстар менән эш итһәләр ҙә, эш форматы һәм талаптар барыбер үҙгәргән. Уҡыу залында заявкалар буйынса әҙәбиәт һайлау, китаптар биреү, баҫмаларҙы иҫәпкә алыу, китаптарҙы урынлаштырыу, күргәҙмәләр әҙерләү, китап фондын тәьмин итеү... Был ғәмәлдәрҙең барыһы ла китапханасы иңендә. Бөгөн ошондай профессионалдарҙың береһе менән таныштырабыҙ. Гөлшат Әхәт ҡыҙы Закирова Учалы районының Өргөн ауылында тыуып үҫкән. 1994-1996 йылдарҙа Өфө китапхана техникумын тамамлаған. – Белем алғас, күп кенә курсташтарым ҡалала ҡалыуҙы хуп күрһә лә, мин тыуған яғыма, Учалы районына ҡайтырымды белә инем. Хеҙмәт юлын урындағы мәктәптә лаборант һәм китапханасы булып башланым. Яҙмышым ауылым менән айырылғыһыҙ бәйле: тормош иптәшем Фәнис Марат улы ла Өргөндән. Бала саҡтан бер-беребеҙҙе белеп-күреп үҫтек, ғаилә ҡорҙоҡ һәм ауылыбыҙҙа төпләндек. Өс балаға ғүмер бирҙек. Гөлсәсәк ҡыҙыбыҙ Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлап, эшләп йөрөй. Фидан быйыл Өфө дәүләт нефть техник университетының 4-се курсын тамамлай. Бәләкәсебеҙ Арыҫлан – эргәбеҙҙҙә, 4-се класс уҡыусыһы. Ошо ергә ереккәнбеҙ – эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа, уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа, шатлыҡ-көйөнөстәребеҙ ҙә ошонда, – ти ул. Гөлшат Әхәт ҡыҙының тамырҙары ныҡлы: уның атаһы Әхәт Шәриповты заманында тирә-йүндә алтын ҡуллы быймасы итеп беләләр ине. Ҡатыны Ғәлибә апай менән улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән, белем һәм тәрбиә биргән. Туғандары менән лайыҡлы ғорурлана Гөлшат ханым: араларында уҡытыусы ла, табип та, судья ла бар. Иң мөһиме, улар бер төптән, татыу йәшәйҙәр, аралашып-күрешеп торалар. 2006 йылдан 2023 йылға тиклем Гөлшат Әхәт ҡыҙы Өргөн ауыл китапханаһында эшләгән. – Был йылдарҙа Өргөндә ниндәй генә саралар ойошторманыҡ! Башҡортостандың билдәле яҙыусылары менән осрашыуҙар, халыҡты берләштергән рухи-мәҙәни саралар һәр саҡ ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле үтте. Әлбиттә, заманында ауыл китапханаһы халыҡтың иң яратҡан урындарының береһе булһа, заман технологиялары барлыҡҡа килеү менән уҡыусылар һаны кәмене. Мәгәр, уҡыған кеше һәр саҡ уҡый, тип иҫәпләйем. Технологиялар үҫешеү менән, әлбиттә, күптәр күнеккән традицион китапхана башҡа бер ҡасан да булмаясаҡ. Китапхана заман менән бергә атларға тейеш, ләкин классик традицион система алдынғы элементтар менән ҡушылып, гармониялы үҫешкәндә генә эшебеҙҙең һөҙөмтәһе буласаҡ, тип иҫәпләйем. Хеҙмәтләндереү сифатын, ҡулланыусылар өсөн китапхана бинаһында уңайлылыҡ кимәлен күтәргән техник саралар индереләсәк һәм был да заман талабы, - ти тәжрибәле китапханасы. Бер йыл элек Гөлшат Закирова Учалы ҡалаһындағы 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбенең китапханаһына эшкә күскән. Бында эш үҙенсәлеге лә, шарттар ҙа икенсе, ти ул. – Миң, ғөмүмән, балалар менән эшләү оҡшай. Улар менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар табып, китап донъяһына ылыҡтыра алам икән, тимәк, эшемдең һөҙөмтәһе бар тигән һүҙ, – тип билдәләй Гөлшат Әхәт ҡыҙы. Фото геройҙың шәхси архивынан.