Баҡалы районында Степан Назаров йәшәй, хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тиҙҙән 100 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. – Йәй миҙгелен ныҡ яратам, июль айында үҙем тыуған өсөн генә түгел, – тип һөйләй Степан Дмитриевич. – Тап был осорҙа тәбиғәттең хозурлығы күңелдәрҙе әсир итә, ошо матурлыҡҡа ҡарап туйғыһыҙ. Степан Назаров Яңы Маты ауылында тыуып үҫкән. 18 йәше тулыу менән үҫмерҙе Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Шулай итеп, Баҡалы батыры һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем ҡатнаша. Әңгәмәсем ул йылдарҙы һис кенә лә иҫләргә яратмай, шулай ҙа бер ваҡиға тураһында һөйләне. – Груберау ауылы өсөн ҡаты алыштар оҙаҡ дауам итте, – тине ул. – Дошманды һындырыу өсөн улар яғына сығып килергә кәрәк, тигән приказ алдыҡ. Ҡыҫҡаһы, разведка уңышлы үтте, фашистың көсө тураһында бик күп мәғлүмәт йыйҙыҡ һәм күп тә үтмәне немецтарҙы тар-мар иттек. Ошо батырлығы өсөн Степан Назаров "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән, бынан тыш бүтән орден һәм миҙалдары ла бар. Степан Дмитриевич Галина ханым менән ете балаға ғүмер бүләк иткән, әле ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып ғүмер йомғағын һүтә. Фото: Баҡалы районы хакимиәте.