“Беҙҙең һөнәр даими уҡыуҙы, үҙебеҙҙең генә түгел, ә ил, донъя әҙәбиәте менән танышып барыуҙы талап итә”, – ти Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Динара Нурмөхәмәтова. Ул – ошо ауыл ҡыҙы. Мәктәптән һуң Өфөләге китапхана техникумында белем алғас, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан һәм шунан алып әлегәсә хеҙмәтен ҙур теләк, тырышлыҡ, намыҫ менән дауам итә. – Китапханасы – педагог та, психолог та ул. Һәр кемгә – балаға ла, өлкән йәштәгеләргә лә – дөрөҫ һүҙ табырға, ынтылыш бирергә тейешһең. Мин кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарап, кәйефен, нимәгә мохтажлығын тойорға тырышам һәм һиҙемләүҙәремә нигеҙләнеп әңгәмә ҡорам, күңелен дауаларлыҡ китап тәҡдим итәм, – ти Динара Нәфҡәт ҡыҙы. – Китапханасы, ғөмүмән, гел халыҡ араһында булырға, тормош һулышын тәрән тойорға, донъялағы хәл-ваҡиғалар менән даими ҡыҙыҡһынып торорға, кешеләрҙе төрлө хәүефтәрҙән, ауырлыҡтарҙан китап, әҙәби әҫәрҙәр ярҙамында араларға тырышырға тейеш. Йәмғиәттә илһөйәрлек тойғоһон көсәйтеү, сәләмәт йәшәүгә әйҙәү, нас