Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡатыным менән бергә йүгерҙек

19 майҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй синхрон стартлы “Забег.РФ” ярыммарафоны булды. Сара баш ҡалала етенсе тапҡыр ойошторолдо. Бөгөн стартҡа өс мең кеше сыҡты. Улар 1, 5, 10 йәки 21,1 километр арауыҡҡа йүгерҙе. Сара ваҡытында ҡатнашыусыларға һәм көйәрмәндәргә мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән ине. Алты йәштән ҙур булған һәр кем был сарала ҡатнаша алды. Бөгөн был мәртәбәле спорт сараһында Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов ҡатыны Гөлназ Фәрис ҡыҙы менән ҡатнашты. “Бөгөн “ЗаБег.РФ” сараһында ҡатыным менән йүгерҙек. Ул беренсе тапҡыр ҡатнашты. Ике ай тиерлек йүгерә башлағайны һәм стартҡа сыҡҡайны. Уға бик оҡшаны, башҡа марафондарҙа ла ҡатнашырға теләй. Күрәһең, мин насар тренер түгел”, - тип яҙған Вәдүт Ғәйфулла улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Әйткәндәй, бөгөн стартҡа сыға алмағандар өсөн ойоштороусылар йүгереүҙең онлайн-форматын әҙерләгәйне. Өфө тағы Рәсәйҙ

19 майҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй синхрон стартлы “Забег.РФ” ярыммарафоны булды. Сара баш ҡалала етенсе тапҡыр ойошторолдо. Бөгөн стартҡа өс мең кеше сыҡты. Улар 1, 5, 10 йәки 21,1 километр арауыҡҡа йүгерҙе. Сара ваҡытында ҡатнашыусыларға һәм көйәрмәндәргә мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән ине. Алты йәштән ҙур булған һәр кем был сарала ҡатнаша алды. Бөгөн был мәртәбәле спорт сараһында Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов ҡатыны Гөлназ Фәрис ҡыҙы менән ҡатнашты. “Бөгөн “ЗаБег.РФ” сараһында ҡатыным менән йүгерҙек. Ул беренсе тапҡыр ҡатнашты. Ике ай тиерлек йүгерә башлағайны һәм стартҡа сыҡҡайны. Уға бик оҡшаны, башҡа марафондарҙа ла ҡатнашырға теләй. Күрәһең, мин насар тренер түгел”, - тип яҙған Вәдүт Ғәйфулла улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Әйткәндәй, бөгөн стартҡа сыға алмағандар өсөн ойоштороусылар йүгереүҙең онлайн-форматын әҙерләгәйне. Өфө тағы Рәсәйҙең йүгерек баш ҡалаһы исеменә өсөн көрәшә. Өс критерий – барлыҡ ҡатнашыусыларҙың уртаса километражы, йүгереүселәрҙең ҡаланың дөйөм халҡына уртаса нисбәте һәм йүгереүҙең уртаса тиҙлеге иҫәпкә алына. Еңеүсе ҡала күсмә кубокка эйә була. Фото: Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.