Элегерәк һәр ихатала үҙҙәре баҫып сығарған ҡош-ҡортто аҫраһалар, хәҙер әҙер себештәр һатып алырға күнеккән халыҡ. Әммә инәһе баҫып сығарып, ҡанаты аҫтында үҫтергән ҡоштарға ҡарағанда, инкубаторҙыҡын ҡарауы күпкә ҡатмарлыраҡ. Әйтеүҙәре буйынса, апрель-май айҙарында сығарылған ҡош иң көслөһө. Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәгән Зилә Иҙрисова май башында уҡ бер айлыҡ бройлер себештәре һатып ала. Уларҙы нисек һайлап алыуы, үҫтереүе тураһында хужабикә беҙҙең менән дә бүлеште: - Һайлап алғанда матурырағын алаһың инде, үҙ тәпейендә йөрөгәнен, теремеген. Күтәреп ҡарап алам, ҡулға ауырлығы һиҙелергә тейеш, еңел икән, алырға кәрәкмәй. Бройлер йәшенә ҡарап ҙур булырға тейеш. Һуйыр алдынан да шулай һәр береһен күтәреп ҡарайым, – ти. Бер ай буйы ҡатнаш мал аҙығы (комбикорм) менән туҡланған ҡоштарға өй шарттарында аҙыҡ еткереүе еңелдән түгел, ти хужабикә. Шуға күрә ул үҙе әҙерләгән бутап ашатыуға күскән: “Туңдырғыста субпродукттар ҡалдыҡтары, һөйәктәр, һыйыр майынан тәмле, туҡлыҡлы бут