Найти тему
Башҡортостан гәзите

Байгилде ауылында ФАП асылды

Дүртөйлө районының Байгилде ауылында модулле фельдшер- акушер пункты асылды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау “милли проектының (национальный проект “Здравоохранение“) “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Байгилденән тыш был ФАП Ҡаҙы Йәлдәк һәм Йәлдәк ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа йәшәгән 393 кешенең 93-ө – балалар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үтеү, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса белешмә асыу, дарыуға электрон рецепттар булдырыу мөмкинлеге бирә. Бында шулай уҡ электрокардиограмманы дистанцияла үтергә һәм Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы белгестәре менән телемедицина консультациялары алырға мөмкин. “Беҙҙә хәҙер сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн бөтә заманса ҡорамалдар булыуына бик шатмын. Яңы ФАПта эшләүе лә уңайлы”, – ти фельдшер Лидия Николаева. Фото: “Башинформ”.