Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда егет айыуға осраған! Ҡайҙа булған был хәл?

Халыҡ араһында таралған видеола бер егеттең айыуҙарға тап булыуы яҙҙырылған. Үҙе әйтеүенсә, ул йүгерергә сыҡҡан һәм урманда айыуҙарға осраған. Ҡурҡа, әлбиттә, шулай ҙа аҡырып йыртҡыстарҙы ҡурҡытып ебәрә һәм видео яҙҙыра. "Ана, балалары. Ашамаһа ярар ине. Мин челлендж башлап үҙемә, йүгерергә сыҡҡайным. Шунан айыу килеп сыҡты. Терт итеп ҡалдым. Ыста, әстәғәфирулла. Икәү, өлкән ине, береһе тайҙы. Уф, уф... Ҡотомдо ғына алдылар. Уйланып, үҙемсә тыныс ҡына йүгереп китеп барам. Әстәғәфирулла... Элек беҙҙең яҡта улайтып айыуҙар йөрөгәне юҡ ине. Уф... Уф..." - ти ҡото осҡан егет. Әйтеүҙәренсә, хәл Учалы районының Көсөк ауылы янында Илсур исемле егет менән булған. Һаҡ булығыҙ урманда. Видео: https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_290616 Фотоның был ваҡиғаға ҡатнашы юҡ. Фото: https://vk.com/telekanal_salyam