Саҡмағош районында Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлын ремонтлау эше башлана. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыласаҡ. Туҡай һәм Байбулат ауылдары араһындағы дөйөм оҙонлоғо 8,6 километр тәшкил иткән ике участкала подряд ойошмалары фрезерлағандар. Юлсылар асфальт, бетон япманы яңыртыуҙы, юл сиктәрен нығытыуҙы һәм горизонталь юл һыҙыҡтарын һыҙыуҙы планлаштыра. - Был юл район үҙәге Саҡмағошто бер нисә ауыл менән тоташтыра. Шуға күрә юлды ремонтлау һәм урындағы йәшәүселәр өсөн хәүефһеҙ үтеүҙе тәьмин итеү мөһим, - тип белдерҙе транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Был ике юл участкаһын ике йыл эсендә ремонтлау ҡаралған. Быйыл был эштәр өсөн 10 миллион һум тирәһе аҡса тотоноласаҡ. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/23912/