Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бишенсе урындабыҙ

Росстат һәм хеҙмәт баҙары агрегаты аналитиктары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында эшсе һөнәрҙәр вәкилдәренә хеҙмәт хаҡының үҫеше буйынса тәүге бишәү иҫәбенә ингән. Эш биреүселәр квалификациялы токарҙарға, электр иретеп йәбештереүселәргә, программалы идара итеү менән булған станоктар операторҙарына, механика йыйыу эштәре слесарҙарына 100 мең һумға тиклем түләргә әҙер. Был, 2023 йыл менән сағыштырғанда, 18 процентҡа артҡан. Быйыл ғинуар – февралдә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 58,4 мең һум тәшкил итте. Былтырғы ошо уҡ осор менән 17 процентҡа артты. - Иң төп факторҙарҙың береһе – эшсе ҡулдар һәм хеҙмәт баҙарындағы айырым квалификация дисбалансы. Администратор булырға, офиста эшләргә теләйҙәр, ә эш биреүселәр, киреһенсә, етештереүҙә һәм заводта физик эш атҡарған кешеләргә мохтаж. Бөгөн предприятиеларға юғары технологиялы ҡорамалдар менән эшләй алған квалификациялы белгестәр кәрәк, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, кадрҙарға ҡытлыҡ булғанға күрә, эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан уҡытыу мөмкинлеген таба. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм “Гидравлика” предприятиеһы буласаҡ хеҙмәткәрҙәренә уҡыған ваҡытта стипендия түләүҙе ҡарай. Оборона сәнәғәте компаниялары үҙ хеҙмәткәрҙәрен уҡытҡанда дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Был маҡсатта бюджеттан 68,5 миллион һум аҡса бүленгән. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”) маҡсаттарын тормошҡа ашыра. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/23917/