Дөрөҫ туҡланыу ракты булдырмауҙа төп факторҙарҙың береһе булып тора, тип билдәләй табиптар. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте даими ҡулланыу яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен ҡырҡа кәметеүен дә асыҡлаған тикшеренеүҙәр. Тәжрибәле табиптар көн дә рационға индерергә кәрәк ундан ашыу ризыҡты атаған. Беренсе урында һарымһаҡ тора. Ундағы файҙалы матдәләр тирелә, йыуан эсәктә, үпкәлә яман шеш барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Брокколи. Ундағы антиоксиданттар түштә һәм башҡа ағзаларҙа яман шеш булыу ҡурҡынысын кәметә. Эшкәртелмәгән ярмалар бик файҙалы, ти диетологтар. Улар ҙа антиоксиданттарға, фитоэстрогендарға бай. Цитрус емештәре лә был тәңгәлдә баһалап бөткөһөҙ көскә эйә. Грейпфрутта монотерпен тигән матдә рак барлыҡҡа килеү хәүефен күпкә кәметә. Организмдан зарарлы матдәләрҙе ҡыуалап сығарырға булышлыҡ итә. Әфлисун менән лимон да унан ҡалышмай. Уларҙа рак күҙәнәктәрен юҡ итергә һәләтле иммун күҙәнәктәре эшмәкәрлегенә стимул биреү көсөнә эйә лимонен матдәһе бар. Артабан табиптар яман шеш булдырмауға булышлыҡ итеүсе аҙыҡ-түлекте һанаған: ул теҙмәлә - бәшмәк, етен орлоғо, диңгеҙ кәбеҫтәһе, ҡара слива, томат, йәшел сәй, виноград, тәмләткес үләндәр. Автор фотоһы.