Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе яңыртылған

#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Мәктәп ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә. Спорт мәктәбенең 1973 йылда төҙөлгән бинаһына, 28 йылдан һуң, тәүгә капиталь ремонт башҡарылған. Мәктәптә 400-гә яҡын бала волейбол, футбол, гимнастика, шашка, шахмат, тхэквондо, милли көрәш менән шөғөлләнә. 2022 йылдың сентябрендә башланған ремонт эштәре дүрт ай дауам итә. Төҙөүселәрҙең ялһыҙ эшләүе һөҙөмтәһендә ошо ваҡыт эсендә бар коммуникациялар ҙа алмаштырылған, бина эстән һыу үткәрмәҫлек итеп нығытылған. Һөҙөмтәлә гимнастика, көрәштең төрлө төрҙәре өсөн яңы залдар, шулай уҡ тренажер, универсаль, шахмат залдары һәм бар уңайлыҡтары булған кейем алмаштырыу бүлмәләре барлыҡҡа килгән. Спорт мәктәбен яңы мебель, заманса тренажерҙар һәм инвентарь менән йыһазландырғандар. Һуңғы биш йылда республикала 140 мәктәп бинаһы, колледждарҙың 22 уҡыу корпусы һәм дөйөм ятаҡтары тәртипкә килтерелгән, шулай уҡ биш өҫтәмә белем биреү учреждениеһы төҙөкләндерелгән.