"Ҡупшы һарайҙай өйҙә япа-яңғыҙ үткәргән кистәрҙә нимә эшләргә белмәй, социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙәге яңылыҡтарҙы, кешеләрҙең ҡыҙыҡлы яҙмыштарын йыш инеп уҡыйым. Ә бит үҙемдең яҙмышым да ул тарихтарҙан һис тә ҡайтыш түгел. Кемдер өсөн ғибрәтле, кемдер өсөн, бәлки, фәһемле булыр... Зөфәр менән күршеләр булып үҫтек. Тыныс, тыйнаҡ малай минең, атаман шикелле ҡыҙҙың, күләгәһе кеүек тойола торғайны. Берәй ҡылығы оҡшамаһа, зырылдатып әрләп тә ташлайым. Икәүләп мәктәптең стена гәзитен сығарабыҙ, Зөфәрҙең һүрәттәре ҡойоп ҡуйғандай килеп сыға. Егет ҡорона еткәс, был нисектер тартына, ситләшә төшкәндәй булды, шулай ҙа мәктәпкә бергә барабыҙ, бергә ҡайтабыҙ. Мәктәп йылдары шулай үтте. Мин медицина институтына уҡырға инәм тип, Өфөгә юлландым, әммә конкурстан үтә алманым. Стажлыларға өҫтөнлөк бирелеүен белгәс, дауаханаға санитарка булып урынлаштым һәм киләһе йылына хыялыма ирештем! Зөфәрҙең ике ағаһы ҡырҙа, ә әсәһе ауырый ине. Рәссам булырға хыялланһа ла, яңғыҙ әсәһен ташлап китә алманы. 24 йәшемд
"Ирем минең ярҙамсым булған шәфҡәт туташына сығып китте..."
18 мая 202418 мая 2024
3 мин