Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аймылыш яҙмыштар, йәки Нәфрәт упҡыны ни тиклем тәрән?

Нәфрәт ни тиклем емергес көскә эйә? Ҡара уйҙар ипкене кешенең үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла ни тиклем бәхетһеҙ итеүе ихтимал? Бөгөн һөйләйәсәк ваҡиғалар – булған хәл. Ул ғына түгел, ошо кешеләр беҙҙеү арала йәшәй, эшләй һәм... иңдәренә төшкән яҙмыш һынауҙары аша алға атлай. Хәйер баштан башлайыҡ. ...Зәлифәне яратып-ҡурсалап үҫтерҙеләр. Ҙур хужалыҡ етәксеһе булған атаһы, өйҙә яҡындарының хәстәрҙәре менән көн иткән әсәһе көтөп алған ҡыҙҙарынан бер нәмәне йәлләмәне. Йәнгә йыуаныс биргән, ғәжәйеп сибәрлеге менән хайран иткән бала, әйтерһең дә, фәҡәт бәхет өсөн генә тыуған: эргә-тирәһендә наҙ, мөхәббәт һәм шатлыҡ... Бөҙрәләнеп кенә торған ҡуйы сәстәре, зәп-зәңгәр күҙҙәре – кемгә оҡшап шундай сибәр был бала? Һоҡланмаған кеше юҡ ине эргә-тирәлә. ...Мәктәпте тамамлағас, ҡәҙерле ҡыҙҙары баш ҡалалағы абруйлы уҡыу йортона инде. Ата-әсәһе ҡуртымға фатир яллайыҡ тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, яҡташ ҡыҙыҡай менән ятаҡҡа урынлашты. Һәүетемсә матур ғына уҡып киттеләр. Икеһе лә яҡшы өлгәште, тәртип яғынан да ныҡлы, ышаныслы ҡыҙҙар ине. Шунда һыу һөлөгөндәй сибәркәйҙәргә егеттәр күҙ һалмай буламы һуң? Берҙе һәм берәгәйле ғашиҡ булды Зәлифә. Пар килгәндәр бит әле! Егет тә күркәм, буйсан. Баш ҡалала белем ала, буласаҡ табип. Етмәһә, яҡташтар. Бер яҡҡа ҡайтып йөрөйҙәр. Егет район үҙәгенән булып сыҡты. Атаһы урындағы хакимиәттә эшләй, әсәһе йорт хужабикәһе икән. Улдарының шунда абруйлы һәм яуаплы һөнәр һайлауына оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерһәләр, уның киләсәген дә болотһоҙ һәм тип-тигеҙ юлдан барған итеп күрә ине улар. “Уҡыһын, нығынһын. Районға ҡайтыр, тәжрибә туплар. Йәшәргә фатиры бар, арҡаһы ныҡлы. Бер аҙ үҙен күрһәтһә, оҙаҡ та тормаҫ, баш табип та булып китер”, – ата-әсәнең маҡтаулы улдарына үҙ пландары, үҙ күҙаллауҙары. Ул ғына түгел, районда ярайһы ғына вазифа биләгән, әшнә булған Заҡуан Зимфир улының берҙән-бер ҡыҙы Ләйлә менән йәрәштерһәләр, һәр яҡтан килгән, ике ғаиләнең дә абруйын арттырған ифрат уңышлы аҙым булыр, тип хыялланып та алалар ине. Мәгәр, яҙмыштың үҙ ҡанундары. Ата-әсәһе йыраҡта ятып хыялдар ҡорғансы, баш ҡалала уҡыған Данияр менән Зәлифәнең мөхәббәт уты балҡып яна ине инде. Шулай, бер тыуған яҡҡа ҡайтҡанда, егет ҡыҙға яҡындары менән танышырға тәҡдим итте. Яратҡаны артынан ҡайҙа барырға ла риза булған ҡыҙ “әйҙә һуң!”, тип яуапланы. Бәхет нурына ҡойоноп килеп ингән йәштәрҙе Даниярҙың яҡындары бер аҙ һағайыбыраҡ, һалҡынлыҡ менән ҡаршы алды. Өҫтәл әҙерләнеләр, сәй эстеләр. Табын тулы тәмле-татлы ризыҡтар булһа ла, уларҙың береһе лә Зәлифәнең тамағына барманы: бар күңеле менән һиҙҙе – уны бында көтмәйҙәр. Әммә насар уйҙарын башынан ҡыуырға тырышты: эргәһендә һөйгәне булһа, башҡалар ниңә кәрәк? Зәлифә ата-әсәһе янына ҡайтып киткәс, Данияр менән өйҙә бик тә етди һөйләшеү булды. – Кеше киләсәгенә яуаплы ҡарарға тейеш! Һин – буласаҡ доктор! Бәлки, район дауаханаһының баш табибы! Абруйлы ғаиләнән! Кемдең балаһы – шуның балаһы! Парҙы ла уйлап, ҡарап һайларға кәрәк! Был ни тигән тағылышып йөрөү ул уҡыу урынына? Бер ауыл ҡыҙы өсөн өрлөктәй ул үҫтермәнек! Ҡабул итәсәгебеҙ юҡ! Лайыҡлыны һайла! – ошондайыраҡ йүнәлештә барған ауыр һөйләшеүҙә төп ролде, әлбиттә, ҡаты холоҡло, уҫал әсәһе уйнаны, атаһы, ғәҙәттәгесә йөпләп ултырҙы. Даниярға бик ныҡ ҡыйын ине. Йөрәктәге утын баҫырға тырышып, ул тиҙерәк Өфөгә юлланыр ваҡытын көттө: унда – икенсе донъя, һәр аҙымын күҙәтеп торған әсәһе лә юҡ, Зәлифәһе лә эргәлә... Ошо хәлдән һуң йәштәр тағы бер нисәне Даниярҙың атаһы менән әсәһе янына килеп китте, ауылда, ҡыҙҙың яҡындары янында ла булды. Улар иһә Зәлифәкәйҙәренең күҙҙәрендә бәхет осҡондары балҡығанын күргәс, бик тә риза булып ҡалды, ҡәҙерле балаларына бәхет теләне. Йыйнаҡ һәм бөтмөр әсәһе һуңғы йылдарҙа ҡыҙы өсөн байтаҡ бирнәлек тә йыйып ҡуйғайны. Етешһеҙлек заманы тип торманы, мөмкинлек сыҡҡан һайын иң затлы, иң зауыҡлы донъя кәрәк-яраҡтарын тупланы, хатта таныш оҫтанан һырлап һандыҡ эшләтеп алды, ҡаҙ мамығынан күпереп торған мендәрҙәр тултырҙы, яҫтыҡ-түшәктәр хәстәрләне... Был байлыҡтың барыһы ла Зәлифәкәйҙең никах сәғәтен көтөп, төпкө бүлмәлә тора ине... Йәштәрҙең студент йылдары алға елде, тормош һәүетемсә алға аҡты, әммә Данияр һөйгәненә һаман да тәҡдим яһарға ашыҡманы. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәһенең дорфалығы, еңмешлеге, Зәлифәне бер нисек тә ҡабул итергә теләмәүе ҡурҡыта ине уны. Ә бер көндө һөйгәне уны иҫ киткес яңылыҡ менән ҡаршы алды: Зәлифә бәпәй көтә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Даниярҙың яҡындарын был хәбәр ҙә ҡыуандырманы. Киреһенсә, оторо ҡыҙҙырҙы ғына. Тәүге күрешкәндә әйткән һүҙенән ҡайтманы әсәһе: беҙгә ундай килен кәрәкмәй! Зәлифәнең кисергәндәрен аңлатып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел ине. Ул Даниярҙың әсәһенең нигеҙһеҙ нәфрәтен аңлай алмай бер булды: ата-әсәле матур, етеш ғаиләлә үҫте, яҡындары ул тип өҙөлөп тора, юғары уҡыу йортонда белем ала, бер ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Буй-һыны, сибәрлеге лә бар. Нимә ярамай, нимә оҡшамай? Икенсе яҡтан, Даниярҙы өҙөлөп яратҡанғамы, уға бар һынауҙар еңел генә үтелер һымаҡ тойола, бына, ейәндәре тыуһа, күр ҙә тор, йомшарыр күңелдәре; барыһын да ҡыуандырып, гөрләтеп донъя көтөрҙәр әле... ...Зәлифәнең хәле көндән-көн үҙгәрә барһа ла, һаман туй тип ыңғайлаусы булманы. Хәйер, ҡыҙҙың яҡындары ҙурҙан ҡубып әллә ниндәй мәжлес ойошторорға әҙер торһа ла, егет яғы әйткән һүҙенән ҡайтманы. Зәлифә илай-илай, буҫығып бөттө, йөрәге һыҡраны, йәне көйҙө. Һөйгәнен бындай хәлдә күреү Даниярға ла еңел түгел ине... Бер көндө ул ныҡлы ҡарарға килде: бала тыуғансы, ЗАГС-ҡа барып яҙылышырға кәрәк. Суҡынып китһен туйы, донъяһы, исмаһам, күңелдәре тыныс булыр, тормоштары ла яйлап рәтләнер, моғайын... Шулай эшләнеләр ҙә. Дуҫтарын саҡырып, баш ҡала ЗАГС-тарының береһендә никахтарын теркәнеләр, унан студенттар ятағында матур ғына табын ҡороп, байрам ойошторҙолар. Әммә бергә йәшәрлек мөмкинлек юҡ ине: урын табылғансы, һәр ҡайһыһы үҙ ятағында ҡалырға ҡарар итте. ...Данияр менән Зәлифәнең никахы тураһындағы хәбәр, ул саҡта кәрәҙле телефондар булмаһа ла, йәшен тиҙлегендә егеттең ата-әсәһенә барып етте. Әсәһе өсөн был ысын мәғәнәһендә тетрәнеү булды. – Әйттем бит! Әйттем бит! Аҫтыртын аҙғын ҡыҙ барыбер үҙенекен эшләгән! Даниярҙың яҙмышын боҙҙо! Кемдән ауырға ҡалғанын үҙе лә белмәйҙер әле! Мин был хәлде былай ҡалдыраһым юҡ! – тип ярһыны аҡылы томаланған әсә. Уның ни тиклем ҡаты бәғерле, уҫал кеше икәнен белгәнгә күрә, ире бер ни өндәшмәне, ҡаршы сыҡманы, сөнки белә ине: бырыбер тынысланмаясаҡ, этлеген сәсәсәк һәм үҙенекен эшләйәсәк... ...Бер көндө Зәлифә яйлап ҡына ҡала урамы буйлап, университеттан ятаҡҡа ҡайтып бара ине. Кинәт күҙенә сәйерерәк машина салынды: яйлап ҡына уның артынан килә түгелме? Кем күҙәтә, нимә кәрәк? Ул аҙымдарын тиҙләтте, автомобиль дә ҡалышманы, тиҙ арала йәш ҡатын менән тиңләште. Шул саҡ уның ишектәре шар асылып китте лә... унан ҡәйнәһе һәм Даниярҙың баш ҡалала йәшәгән өлкән ағаһы күренде. Улар Зәлифәне ике яҡтан ныҡ итеп тотоп алды, машинаға табан һөйрәй башланы. – Аборт эшләтергә бараһың! Улыбыҙҙың яҙмышын ҡыйратырға хаҡың юҡ! Ул буласаҡ баш табип! Алтын ҡуллы хирург! Бала менән бәйләп ҡуймаҡсы булаһыңмы, мөртәт?! – ҡәйнә йоратының асырғанып ҡысҡырғаны эргә-тирәнән үтеп барыусыларҙы йәлеп итте, кеше йыйыла башланы. Зәлифә кинәт кенә ысҡынып, ихаталар араһына инеп йүгерҙе. Дарҫлап типкән йөрәген тотоп, тәүге осраған эскәмйәгә сүгәләне. Был хәл уның башына һыймай ине... (Дауамын иртәгә беҙҙең төркөмдә уҡырға саҡырабыҙ). Фото: shedevrum.ai