Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Резиденттар иҫәбенә индерелгәйне

Былтыр июлдә “Благовещен металл, тимер-бетон конструкциялар заводы” акционерҙар йәмғиәте “ВЭБ.РФ” дәүләт үҫеш корпорацияһына 250 миллион һум күләмендә кредит алыуға ғариза бирҙе. Был сумма күперҙәр һәм юл үткәргестәр өсөн металл конструкцияларын етештереүҙе башлау һәм асыу өсөн тәғәйенләнгән. Ғариза ҡаралғандан һуң, федераль кимәлдә хупланған. Быйыл металл конструкцияларын етештереү сафҡа инер тип планлаштырылған. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр иткән. - 2020 йылдың июлендә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Благовещен заводы металл, тимер-бетон конструкциялар” акционерҙар йәмғиәтен “Благовещен” йылдам үҫеш резиденттары иҫәбенә индерҙе. Йәмғиәт Благовещен ҡалаһында күперҙәр төҙөү һәм юлдар төҙөлөшө өсөн тимер-бетон конструкцияларын етештереү буйынса заводты ойоштороуға бер миллиард һумдан ашыу аҡса сарыф итте. Бөгөн унда республиканан 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Резидент үҙ продукцияһын төрлө ҙур объекттарҙы - Өфөнөң Көньяҡ сығышының тимер, федераль һәм урындағы тәғәйенләнешле автомобиль юлдары аша юл үткәргестәр өсөн продукция ташый. Продукция Түбәнге Новгород, Һамар, Пермь, Ҡазан, Ырымбурҙа һәм башҡа төбәктәрҙә файҙаланыла, – тине Рөстәм Моратов. “Благовещен металл, тимер-бетон конструкциялар заводы” акционерҙар йәмғиәте 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында күперҙәр һәм юл сиселештәре төҙөлөшө өсөн тимер-бетон изделиеларын етештереү буйынса завод асылды. Компания белем биреү ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, Благовещен районында етештереү-мәғариф кластерын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Өфө дәүләт нефть техник университетының база кафедраһын асыу планлаштырылған. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/23914/