Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кеше китап уҡымай

"Кешеләр китап уҡымай, мәктәп балалары китапханаға йөрөмәй", тигән һүҙҙәр менән Дыуан районы Мәсәғүт үҙәкләштерелгән китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Һаҙыева һис кенә лә килешмәй. – Беҙ китапханала төрлө күңелле саралар ойоштороп, олоһон да, кесеһен дә йәлеп итәбеҙ, – тип һөйләй Айгөл Данис ҡыҙы. – Әйтәйек, берәй сара ваҡытында кемдәрҙер китапханаға килде, ти. Береһен дә тиҙ генә ҡайтарып ебәреү яғында түгелбеҙ, ә уларҙы мотлаҡ сарала ҡатнаштырабыҙ. Әйткәндәй, Айгөл Һаҙыева үткәргән кисәне беҙ ҙә тамаша ҡылдыҡ. Ул турист һәм тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә ҡатнашыусыларға "Башҡортостан – минең тыуған яғым" тигән тыуған яҡты өйрәнеү сәғәтен уҙғарҙы. Китапханасы башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында тәфсирләп һөйләне, тыуған төйәгебеҙҙең иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы. Беҙҙәге тәбиғәт байлыҡтарын һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе лә телгә алды. Аҙаҡтан викторина һорауҙарына яуап бирҙе сарала ҡатнашыусылар. – Мәсәғүт Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат райондары өсөн рухиәт үҙәге һанала, – тине әңгәмәсем. – Тимәк, беҙҙәге китапханаға тик дыуандар ғына йөрөй тиеү ысынбарлыҡҡа тап килеп тә бөтмәй. Беҙ китап фондына ныҡ байбыҙ, китап яратҡандар өсөн ишегебеҙ һәр ваҡыт асыҡ. Фото: Айгөл Һаҙыева.