Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик ауыр хәл тураһында хәбәр иткән. “Һөйөклө әсәйем Нурия Исламғол ҡыҙы яҡты донъяларҙы ҡалдырып китте. Йылы һүҙе, ихлас теләктәре, беҙгә булған ышанысы менән ҡанат ҡуя, ҡатмарлы эштәргә лә илһамландыра ине. Әсәйемдең доғалары ғүмер буйы оҙата килде. Шуның менән көслө инем һымаҡ. Бөгөн ҡәҙерлем баҡыйлыҡҡа күсте. Ипле, тыныс, эшһөйәр – әсәйемдең һәр саҡ ошо сифаттары күҙ алдымда. Бала саҡтан колхозда тир түкте. Ҡара таңдан фермаға һыйыр һауырға йүгерер, эш араһында ҡайтып, беҙҙе, өс балаһын, ҡарар, өй эшен бөтөрөр ине. Балаларҙы яңғыҙ үҫтерәм, ауыр, тимәне, мал-тыуар ҙа аҫраны, күпләп ҡош-ҡорт тотто. Ауыр эш быуындарын бөтөрҙө. Һуңғы йылдарҙа ул беҙҙең менән Өфөлә йәшәне. Иртәнсәк эшкә киткәндә уңышлы көн, аҡ юлдар теләп, доғалар уҡып ҡала. Кис мөләйем йылмайып ҡаршы ала. Беҙҙең бөтә уңыштарыбыҙ, еңеүҙәребеҙ әсәйҙәребеҙ доғалары, теләктәре тормошҡа ашыуҙандыр, тигән ышаныс бар ине күңелдә. Бөгөндән тормошомдо әсәйһеҙ дауам итәм. Әммә уның доғалары, теләктәре һәр ваҡыт минең менән булыр һымаҡ. Йәнең йәннәттә булһын, әсәй! Һиңә булған рәхмәтем сикһеҙ...” Данир Әхмәҙи улының һәм уның яҡындарының сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Фото, сығанаҡ: Данир Ғәйнуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.