Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы вәкилдәре 17 – 21 майҙа Ҡытайҙың Харбин ҡалаһында барған VIII Рәсәй һәм Ҡытай ЭКСПО күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша. Хөкүмәт вәкилдәре Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтен Ҡытайҙың эшлекле даирәләренә, шулай уҡ Рәсәй компанияларына һәм эшҡыуарҙарына презентацияланы. Премьер-министр Андрей Назаров Ҡытайҙың Башҡортостан өсөн сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә төп партнер икәнлеге тураһында һөйләне. Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, уның тышҡы сауҙа әйләнешендәге өлөшө 25 процент тирәһе тәшкил итте. Был – Башҡортостан үҙ-ара мөнәсәбәт алып барған 100-ҙән ашыу сит ил дәүләте араһында беренсе урын. - Башҡортостан бер нисә өҫтөнлөк һөҙөмтәһендә абруй менән файҙалана. Беҙ Европа менән Азия сигендә урынлашҡанбыҙ һәм илдең төп артерияларының сауҙа киҫелеше урыны булып торабыҙ. Беҙҙең эргәләге 500 километр радиусында халҡы миллион булған биш ҡала урынлашҡан. Ҙур ғына сауҙа баҙарын тәшкил итә. Һәм, һис һүҙһеҙ, был – республика биләмәһенә ингән инвесто