17-18 майҙа Өфөлә “Торатау” конгресс-холында үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһында гүзәл заттар финанс яҡтан да белемен камиллаштыра алды. Форумда был тема буйынса ололар һәм балалар өсөн бюджетҡа идара итеү һәм финанс грамоталыҡҡа эйә булыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Финанс секцияһы Башҡортостандың Финанс министрлығы һәм “Финцентр РБ” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма көсө менән будырылды. - Финанс грамоталыҡ буйынса майҙансыҡ - Башҡортостандың гүзәл заттарына бизнеста һәм көндәлек тормошта финанс менән идара итергә өйрәнеүгә, аңлы ҡарарҙар ҡабул итеүгә үҙеңдең белемеңде ҡулланыу өсөн уңайлы мөмкинлек. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы менән хеҙмәттәшлек итеп, Башҡортостан гүзәл заттары финанс өлкәһендә эксперттар менән аралаша алһын өсөн беҙ киләсәктә лә аңлатыу эштәрен алып барырға әҙер, - тине республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская. “Аҡсаны нисек дөрөҫ тотонорға?” темаһына түңәрәк өҫтәлде Финанс