Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эх, йәштәр!..

"Бәйләнештә"ге "БашДТП" төркөмөндә яңы видеояҙма менән уртаҡлаштылар. Уны бөгөн иртәнсәк Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында төшөргәндәр. Видеояҙманан күренеүенсә, йәш егеттәрҙең береһе машина башында ултыра, икенсеһе арт яҡлап тәҙрәлә ята, өсөнсөһө асыҡ ишектән яртылаш сыҡҡан килеш китеп бара. Һуңғы ваҡытта Өфө урамдарында машинала барған саҡта төрлө трюктар яһаған, асыҡ тәҙрәнән ярты кәүҙәһен сығарып китеп барған һәм башҡа төрлө ҡыланып фото, видео төшкән, йәштәрҙең үҙҙәренең телендә әйткәнсә, "хайп эҙләгән" егеттәр-ҡыҙҙар күбәйҙе. Бындай аҙымы менән улар үҙҙәрен дә, эргәләрендәге бер ғәйепһеҙ башҡа водителдәрҙе лә ҙур хәүеф аҫтына ҡуйыуын уйлап та бирмәй. Комментарий яҙыусыларҙың күбеһе әлеге осраҡта мотлаҡ ҡаты яза бирелергә, водитель таныҡлығы (әгәр ул булһа) тартып алынырға тейеш, тип иҫәпләй. Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Видео: VK/COMBASHDTP102 төркөмөнән. Фото: видеонан скриншот.