Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Майҙа уны өс йә биш тапҡыр бешереп ашарға кәрәк

Тәбиғәттең һәр миҙгеленән йәм табып, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә таянып йәшәгән Яңы Мишәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары был юлы тәбиғәт ҡосағына сығып балтырған ашы бешергән. Был хаҡта Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының Бәйләнештәге төркөмөндә хәбәр итәләр. - Йылына бер балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлай, имеш — шулай тигән боронғолар. Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондан бер нисә тапҡырға күберәк, каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар кеше организмы өсөн ифрат кәрәкле матдәләр. Башҡорттарҙа балтырған ашына йомортҡаға баҫылған ыумас ҡушып бешереү киң таралған. Йыл һайын май майында өс йә биш тапҡыр балтырған ашы бешереп ашаһаң, шифаһы ҙур була, ти, – тип яҙҙы Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәре Эльвира Латыпова. Ә минең бала саҡта ҡартатай, яҙ етһә, ҡырға сығып йыуа, балтырған, ҡуҙғалаҡ, кесерткән йыйып алып ҡайтып, ошо үләндәрҙән аш бешереп ашата ине. Итһеҙ ашты беҙҙә “ҡы

Тәбиғәттең һәр миҙгеленән йәм табып, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә таянып йәшәгән Яңы Мишәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары был юлы тәбиғәт ҡосағына сығып балтырған ашы бешергән. Был хаҡта Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының Бәйләнештәге төркөмөндә хәбәр итәләр. - Йылына бер балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлай, имеш — шулай тигән боронғолар. Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондан бер нисә тапҡырға күберәк, каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар кеше организмы өсөн ифрат кәрәкле матдәләр. Башҡорттарҙа балтырған ашына йомортҡаға баҫылған ыумас ҡушып бешереү киң таралған. Йыл һайын май майында өс йә биш тапҡыр балтырған ашы бешереп ашаһаң, шифаһы ҙур була, ти, – тип яҙҙы Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәре Эльвира Латыпова. Ә минең бала саҡта ҡартатай, яҙ етһә, ҡырға сығып йыуа, балтырған, ҡуҙғалаҡ, кесерткән йыйып алып ҡайтып, ошо үләндәрҙән аш бешереп ашата ине. Итһеҙ ашты беҙҙә “ҡыһыр туҡмас” тип әйтәләр. Һыуға арыуыраҡ итеп картуф турап төшөрә лә, бешеп сығып барғанда үләндәрен турап һала. Бер-ике йомортҡаны туҡып ҡойоп ебәрә ине. Ҡыһыр туҡмас бешкәс, ҡатыҡ, ҡаймаҡ болғап ашай инек. Фотолар: Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы, Эльвира Латыпова.