Гөлфинә Аллаярованы, Мишкә районының Оло Шаҙы ауылы китапханасыһын, урындағы халыҡ иҫ киткес әүҙем, ижади булмышлы, уңған кеше итеп белә. Китапханала ғына төрлө саралар уҙғарып сикләнмәй ул, ауыл тормошондағы барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, тамашаларҙа, концерттарҙа сығыш яһай, башҡаларҙы ла ылыҡтыра. Тыуған еренә ереккән, тап ошонан йәшәү көсө һәм дәрт-дарман алған, уны башҡаларға ла мул өләшкән кешеләрҙән Гөлфинә ханым. – Мин Оло Шаҙы ауылында биш балалы татыу ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгәнмен. Оло Шаҙы урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Бөрө фармацевтика колледжына уҡырға индем. Диплом алғас, ауылыбыҙҙың уңған егетенә кейәүгә сығып, Нефтекама яғында төпләндек, эшкә урынлаштыҡ. Әммә тыуған тупраҡ үҙенә нығыраҡ тартты. Шуға ла ауылыбыҙға кире ҡайтып, йорт һалып, донъя көтә башланыҡ. Өс улыбыҙ үҫеп килә. Бала саҡтан уҡ китап уҡырға ярата инем. Күрәһең, ошо һөйөү мине профессиямды үҙгәртеп, китапханасы булып китергә әйҙәгәндер. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эшләүемә ҡарамаҫт