Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙарға ярҙам итәләр

Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленә предприятиеһы көрсөк сигендә булған эшҡыуар мөрәжәғәт итте. Хужалыҡ эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн ул кредиторҙар менән бурысты кисектереү буйынса килешеү төҙөгән. Әммә һалым органы менән һалым түләүҙәрен кисектереү буйынса эште көйләй алмаған. Эшҡыуарҙың һығымталарын тыңлағас, проблеманы өйрәнгәс, Тулы хоҡуҡлы вәкилдең юристары эшҡыуарҙың үҙенең, Тулы хоҡуҡлы вәкилдең һәм һалым органының ҡатнашлығында берҙәм һөйләшеүҙәрҙе үткәреү юлы менән мәсьәләне көйләй алды. - Ауыр хәлдәге бизнесҡа ярҙам итеү – Башҡортостан Республикаһындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле эшмәкәрлегенең нигеҙе. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәктә эшҡыуарлыҡты һаҡлау буйынса һөҙөмтәле система булдырылған, - тине тулы хоҡуҡлы вәкил Ирина Абрамова. Әлеге ваҡытта эшҡыуар, яҡтар араһында килешеү төҙөлгән, һалым органы менән һалым буйынса түләүҙәрҙе кисектереү тураһында килешеү төҙөлгән. Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилгә ярҙам йәки кәңәш алыу өсөн +79174001818, +7(347)218-18-18 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә була. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/23909/