Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Их, өҙә баҫа бит Бөрйән газовиктары!

“Бәй, газовиктар бейейме ни ул, тиерһегеҙ. Әлбиттә! Бөрйәндә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел! Унда шундай тәбиғәт, унда күңел үҙенән-үҙе йырлай, ә аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре бейергә төшә. Ана, беҙҙең видеояҙманы ҡарағыҙ!” - тип яҙғандар "Газпром межрегионгаз Уфа" төркөмөндә. Бөрйән газовиктары Киров ҡалаһында үткән "Феникс" ижади коллективтар конкурсында Башҡортостан газ компаниялары исеменән сығыш яһаған һәм уларҙың бейеүе махсус номинацияға лайыҡ булған! Улар бейеүе менән баһалама ағзаларын да, тамашасыларҙы ла һоҡландырған. Ә инде «Газпром межрегионгаз Өфө» һәм «Газпром газ тәғәйенләү Өфө»нөң берләштерелгән ижади коллективы Кировта 3-сө урын яулаған! Кемдәр улар Бөрйәндең бейеүсе газовиктары, тиһегеҙме? Белеп ҡуйығыҙ: Ғәҙел Ғәлекәев, Мансур Исҡужин, Илнар Һатыбалов, Юлдаш Мирасов, Илдар Ғәзизов, Рәмзил Иҫәнбаев, Илшат Зәйнуллин. Афарин, егеттәр! Имен-аман эшләгеҙ! Фото, видео һәм мәғлүмәт сығанағы: Бөрйән районының “Таң” гәзите һәм «Газпром межрегионгаз Өфө» йәмғиәте.