Бик матур яҡ ул Тәтешле төбәге. Тәбиғәте менән генә түгел, алсаҡ, ихлас халҡы менән мәңгегә күңелдә уйылып ҡала. Күккә үрелеп үҫкән төп-төҙ шыршылары, хуш еҫле йүкәлектәре, урмандарҙағы ҡырағай пион сәскәләре ошо төбәккә генә хас күренеш. Бындай хозур тәбиғәт ҡосағында битараф, ялҡау кешеләрҙең үҫеүе мөмкин дә түгел, батырҙар, уңғандар, илһөйәрҙәр төйәге ул Тәтешле. Ошо төбәктең бер вәкиле, райондың Беләш ауылы китапханасыһы Зинира Лидус ҡыҙы Зыятдинова менән танышыу бында иң егәрле һәм ярҙамсыл, кеше хәленә инә белгән, берҙәм халыҡ йәшәгәнен тағы бер тапҡыр раҫланы. Китапхана - бәләкәй ауылда китапхана ғына түгел, ә тормош ҡаҙандай ҡайнап торған, ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алған, фекерҙәштәрҙе туплаған, ярҙам ҡулы һуҙған, ауыр саҡта күңелдәрҙе күтәргән осрашыу урыны ла. Бөтә эреле-ваҡлы мөһим эштәрҙе ойошторған, яҡташтарын изге эштәргә дәртләндергән, арыу-талыуҙы белмәгән Зинира ханымға ауылдаштары рәхмәтле. Беләш ауылы китапханаһы күптән “аҡһаҡалдар” рәтенә ингән инде, 1957 йылда асылған бинаның ике меңгә яҡын китап фонды, 300 китап уҡыусыһы иҫәпләнгән. Зинира Лидус ҡыҙы Өфө китапхана техникумында белем ала, 14 йыл инде ошо һөнәренә тоғро хеҙмәт итә. Кәштәләрҙәге китапҡа туҙан ҡунмаһын, ауылдаштарына белем, иман таратһын өсөн ул халыҡ менән уртаҡ тел табырға өйрәнә, бәлки, уның үҙенә генә хас яғымлылығы, тапҡырлығы, һөйкөмлөлөгө лә ярҙам итә торғандыр. Һәр хәлдә ул эшмәкәрлеген яҡташтарының иғтибарын әҙәбиәткә йәлеп итеүгә, гәзит-журнал, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙарын уятыуға йүнәлтә. – Эш урынымды, ауыл китапханаһын халыҡтың иғтибарын йәлеп итерлек мәғлүмәтле стендтар менән биҙәнем. Балалар, йәштәр һәм өлкәндәр өсөн махсус мөйөш эшләнем. Ауыл, халыҡ тарихына арналған альбомдарыбыҙ һәр килгән кешене ҡыҙыҡһындыра. Хәҙер китапханасының хеҙмәте китап биреп ултырыу менән генә сикләнмәй, ошо ҙур булмаған бинала ниндәй генә яуаплы саралар үткәрмәйбеҙ, – ти Зинира ханым. – Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү алғы планда. Ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙы арҡаларынан һөйөп, шатланып ҡаршы алабыҙ һәм, әсәләрсә борсолоп, тулҡынланып оҙатабыҙ. Ошо ҙур булмаған ауылдан тиҫтәгә яҡын һөлөктәй егет Ватан һағына баҫҡан. Китапханала ойошторолған “Серҙәштәр” клубы ағзалары яҡташтары ғаиләләренең именлеген һаҡлаған егеттәргә рәхмәтле, уларҙың һәр береһен иҫкә алып, ҡулдарынан килгән ярҙамды күрһәтә. Бөтә ғүмерҙәрен хеҙмәттә үткәргән, ҙур тырышлыҡ менән балалар тәрбиәләп үҫтергән, улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан Беләш әсәләренең күңеле тыныс түгел, улар Зинира Лидус ҡыҙы кеүек ойоштороусылар ярҙамында Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн маскировкалау селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй. Хатта сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтары дөйөм эштән ситтә ҡалмай. “Тәүге осорҙа тепловизор һәм квадрокоптер һатып алыуға аҡса йыйҙыҡ, посылкалар әҙерләнек, селтәрҙәр ебәрҙек. Ут эсенән ҡайтҡан һәр егетебеҙҙе тотош ауыл менән ҡаршылап, күмәкләп теләктәр теләп оҙатабыҙ”, – ти китапханасы. Зинира Лидус ҡыҙының хеҙмәте Почет грамоталары, дипломдар, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Иң ҙур баһа, моғайын, уға ҡарата халыҡ ышанысылыр. – Донъя күргән һәр яңы китап минең өсөн серле мөғжизә ул, – ти ул. – Эшемде ихласлыҡ менән яратып башҡарам. Маҡсатым ябай – “Китапханаға аң-белем, матурлыҡ, иман алырға килгән һәр кем ҡәнәғәтлек менән өйөнә ҡайтһын!” Тәтешле районы. Фото: шәхси архивтан.