19 майҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй синхрон стартлы “Забег.РФ” ярыммарафоны була. Сара баш ҡалала етенсе тапҡыр ойошторола һәм Камчатканан Калининградҡа тиклем илде берләштерә. 11 сәғәттә стартҡа өс мең кеше сыға. Улар 1, 5, 10 йәки 21,1 километр арауыҡҡа йүгерә. Сара ваҡытында ҡатнашыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе мауыҡтырғыс программа көтә. Алты йәштән ҙур булған һәр кем был сарала ҡатнаша ала. Стартҡа 19 майҙа сыға алмағандар өсөн ойоштороусылар йүгереүҙең онлайн-форматын әҙерләгән. Өфө тағы Рәсәйҙең йүгерек баш ҡалаһы исеменә өсөн көрәшә. Өс критерий – барлыҡ ҡатнашыусылпарҙың уртаса километражы, йүгереүселәрҙең ҡаланың дөйөм халҡына уртаса нисбәте һәм йүгереүҙең уртаса тиҙлеге иҫәпкә алына. Еңеүсе ҡала күсмә кубокка эйә була. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография”, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекттары (национальные проекты “Демография”, “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото, сығанаҡ: БР Спорт министрлығы.