Борай тарафтарына командировкаға барғанда юл буйындағы Аҡҡош күлен күрергә насип итте. Был үҙенсәлекле урын тураһында һеҙгә лә һөйләйем әле. Башҡортостандың һәр районында үҙенсәлекле, иҫтәлекле, хәҙер модаға ингән һүҙҙәр менән әйткәндә, ҡунаҡтарҙы, туристарҙы йәлеп иткән “тартыу нөктәһе” бар. Ҡурай илендә күлдәр күп, уларҙың һаны ике меңдән ашыу. Һеҙгә үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы – Аҡкош күле тураһында һөйләргә теләйем. Ул Борай ауылынан 17 километр алыҫлыҡта – Иҫке Таҙлар ауылы янында, Өфө юлы буйында урынлашҡан ғәжәп һәм бәләкәй күл. Өфө яғынан килгәндә “Аҡҡош күле” күрһәткесе ҡуйылған – уңға боролаһың. Элек был күл генә булған, ә бер нисә йыл элек Борай районы халҡы һәм урындағы власть ял итеү өсөн тотош комплекс төҙөгән. Таш плитәләрҙән һуҡмаҡ һәм йәшел яндауырлы баҫҡыс төҙөлә. Һулдан төшөү менән бер нисә урында төрлө төҫтәге өҫтәлдәр һәм ултырғыстар ҡуйылған. Бала саҡ әкиәттәрен иҫкә төшөрә – әкиәттәрҙә урман халҡы уларҙы йыһаз урынына ҡулланған. Улар янында тиерлек Аҡҡош күл