Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы ла бер етәксе ҡулға алынды

Төбәк федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры һәм Ағиҙел ҡала советы депутаты Павел Багаевты ҡулға алды – уны айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр. Тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре фаразы буйынса, ул эшҡыуарҙарға элек Ағиҙел атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡулланылған мөлкәтте һатырға ярҙам иткән. Депутат бөтәһе 1 миллион 650 мең һум күләмендә ришүәт алған. Аҡса өлөшләтә ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ күсереүҙәр менән тапшырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙең арабыҙҙа коррупционерҙар булырға тейеш түгел”, - тип белдергәйне. Фото: скриншот. Видеояҙма сығанағы: https://t.me/c/1601276259/17753