Яҙмышҡа ҡаршы барып булмай, тиҙәр. Быға өҫтәп, һәр кемгә тыуғас уҡ үҙ юлы билдәләнгән, тип әйтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башына йөрөй шул. Әммә арабыҙҙа тормош ауырлыҡтарына зарланмаған кешеләр бар: бер аралашыуҙан уҡ күңелдә тәрән эҙ ҡалдыралар. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан Флүрә Ғәлинур ҡыҙы Низамова – тап шундайҙарҙан. Район мәҙәниәт һарайында эшләгән, ғүмерен сәнғәт тигән сихри донъяға арнаған, саф башҡорт телендә аралашҡан ҡатын балаларын да туған телгән һөйөү уятып үҫтерә. Бер ҡасан уның тормошҡа, яҙмыш һынауҙарына, бихисап мәшәҡәттәргә зарланыуын ишетмәҫһең. Ҡасандыр яңы тыуған балаһын тәү тапҡыр ҡулына алған һәм йән әрнеткес диагнозды ишеткән әсәнең ниҙәр кисергәнен, ниндәй тетрәнеүҙәр аша үткәнен тик үҙе белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше мәрхүм булғас, икеләтә ауырға төшә Флүрә Ғәлинур ҡыҙына. Үҙен ҡулға ала, артабан тормош йөгөн үҙе генә тарта Флүрә Ғәлинур ҡыҙы. Улының һаулығы, киләсәге тураһында ҡайғырта әсә. Әммә, көтмәгәндә