Башҡортостан Республикаһының рәсми һәм эшлекле делегацияһының төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ҡытайға ойошторолған визиты сиктәрендә Харбинда Башҡортостандың 40-ҡа яҡын компанияһы һәм ҡытайҙың 130-ҙан ашыу предприятиеһы вәкилдәре араһында 300-ҙән ашыу осрашыу ойошторолған. IV Рәсәй-Ҡытай төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса форумында Рәсәй менән Ҡытайҙың бәйләнеше тураһында Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвач һөйләне. - Ун йылдан ашыу Ҡытай Рәсәйҙең алдынғы сауҙа партнеры булып тора, - тип билдәләне үҙ сығышында Дмитрий Вольвач. - Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ике яҡлы сауҙа 23 процентҡа артып, 228 миллиард АҠШ доллары тәшкил итеп, рекорд күрһәткесенә еткән. 2024 йылдың тәүге ике айында ике яҡлы тауар әйләнеше 14 процентҡа артҡан һәм 36 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек иткән илдәр араһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса 1-се урынды биләй. Башҡортостан Ре