Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) тыуған көнө. Йырсыға - 35 йәш, ижадына - 20 йыл! Ошо уңайҙан әле Мәскәүҙә йырсының концерты бара. Юбилейына арнап "Тыуған көн" тигән яңы йыр ҙа яҙған. "Мин был концертыма әллә күпме ай алдан әҙерләндем. Мәскәүҙә үткән концертымда булыуығыҙ минең өсөн күпте аңлата, бөгөнгө көнөмдәге шатлыҡтарымды бергә уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт", - тип яҙған Радик Юлъяҡшин үҙенең шәхси социаль селтәрендәге сәхифәләрендә. Юбилейың менән, Радик! Артабан да уңыштар юлдаш булһын! Ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы йырҙар көтөп ҡалабыҙ! Фото: асыҡ сығанаҡтан.