Киләһе конкурсантыбыҙ – Лариса Абдрахманова, Ейәнсура районы Балалар китапханаһы китапханасыһы. Ул 1977 йылдың 16 апрелендә Ейәнсура районының Ҡарғалы ауылында тыуған. Кескәй сағында уҡ китаптарҙы ҡарарға, китап еҫен ярата. “Ә бит башҡаса булыуы мөмкин түгел ине. Әсәйем китапханасы булып эшләне”, – тип хәтерләй Лариса Ғабдулла ҡыҙы. Уларҙың йортонан һәр ваҡыт бик күпләп гәзит-журналдар өҙөлмәй, ә атаһы өсөн хатта "Батырлыҡ" китаптар циклына заказ бирәләр. Башланғыс кластарҙа уҡ юғары кластар өсөн тәғәйенләнгән әҙәбиәтте йотлоғоп уҡый. “Әлегә тиклем тәүге уҡыған "Вертушинка" китабын йылылыҡ менән иҫкә алам. Мин уны ижек буйынса уҡыным, ауырлыҡ менән. Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Таңсулпан Ғарипова әҫәрҙәре, сит ил әҙәбиәтендә Бичер-Стоуҙың "Хижина дяди Тома" китабы хәтерҙә тәрән ҡалған”, – ти китап һөйөүсе. Хеҙмәт эшмәкәрлеген педагогик эшмәкәрлектән башлай. Әммә 2008 йылда, яңы йәшәү урынына күсеп килеү сәбәпле, Иҫәнғол ауылының Балалар китапханаһына эшкә килә. “Быға бер ҡасан да үкен