Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөнөң Совет майҙаны халыҡ-ара танылыу алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең мөһим һөнәри конкурс наградаһына лайыҡ булыуын хәбәр итте. "Беҙҙең генерал Шайморатов һәйкәле Халыҡ-ара конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Ул "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм төҙөкләндереү объекттарының иң яҡшы проекты" номинацияһында беренсе дәрәжә дипломын алды. Конкурста беҙҙең илдән һәм 11 дәүләттән, шул иҫәптән Италия, Ҡытай, Сербия, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән 1412 проект ҡатнашты. Лидерҙар араһында күләмле комплекслы эштәр, башлыса ҡалаларҙың генераль пландары бар. Скульптор Салауат Щербаковты һәм архитектор Константин Донгузовты еңеү менән ҡотлайым! Барлыҡ өфөләрҙе һәм республика халҡын да. Баш ҡалабыҙҙың легендар тарихи үткәне булған көс урынының киләсәге лә сағыу булыр, тип ышанам. Еңеү яулап ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙы ошонда тәбрикләрбеҙ", — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Совет майҙанын үҙгәртеп ҡороу инициаторы булды, унда һәр деталгә тәрән мәғәнә һалынған мемориал барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров башланғыс идеянан алып триумфаль тормошҡа ашырыуға тиклем бөтә проектҡа етәкселек итте. Һуңғы ике йылда Совет майҙаны Башҡортостандың баш ҡалаһының төп иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнде. Уның тәрән йөкмәткеле, мөһабәт йөҙө тыуған ҡалаға һөйөүен таныуҙы кәүҙәләндерә, тарихтың иң иҫтәлекле һәм драматик мәлдәрен үҙ эсенә алған монументаль симфония кеүек яңғырай. Был урын беҙҙең яугирҙәр өсөн изге ергә әйләнде - тыуған илде һаҡларға киткәндә лә, ялға ҡатйҡанда ла улар һәйкәл янына килеп, фатиха алып китә. Рәмилә МУСИНА фотоһы.