Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Минең Өфөм” конкурсы саҡыра

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналған конкурсты ойоштороусы булып Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 23-сө китапханаһы сығыш яһай. Фотоконкурс тыуған илгә, тарихҡа, мәҙәниәткә, йолаларға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, социаль әһәмиәтле ҡиммәттәр, гражданлыҡ, илһөйәрлек, баш ҡаланың мәҙәни-тарихи ҡомартҡыларының байлығы тураһында мәғлүмәт еткереүҙе, Өфө ҡалаһының ыңғай имиджын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Конкурсҡа баш ҡаланың матур һәм иҫтәлекле урындарын сағылдырған һәүәҫкәр фотоһүрәттәр ҡабул ителә. Бәйгенең шартына ярашлы, ҡатнашыусы китапхана-ойоштороусының "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөнә яҙылырға тейеш: https://23.ufa-lib.ru/ . Ошонда уҡ конкурстың положениеһы менән танышырға мөмкин. Фотоконкурс өс этапта уҙғарыла: Беренсе этап – 2024 йылдың 10 майынан 29-ына тиклем – ғаризалар һәм эштәр ҡабул итеү. Ғариза бирергә һәм эште Яндекс - форма аша беркетергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/cloud/66236d23c417f33ad5aedc21/. Икенсе этап – 2024 йылдың 1 ию

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналған конкурсты ойоштороусы булып Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 23-сө китапханаһы сығыш яһай. Фотоконкурс тыуған илгә, тарихҡа, мәҙәниәткә, йолаларға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, социаль әһәмиәтле ҡиммәттәр, гражданлыҡ, илһөйәрлек, баш ҡаланың мәҙәни-тарихи ҡомартҡыларының байлығы тураһында мәғлүмәт еткереүҙе, Өфө ҡалаһының ыңғай имиджын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Конкурсҡа баш ҡаланың матур һәм иҫтәлекле урындарын сағылдырған һәүәҫкәр фотоһүрәттәр ҡабул ителә. Бәйгенең шартына ярашлы, ҡатнашыусы китапхана-ойоштороусының "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөнә яҙылырға тейеш: https://23.ufa-lib.ru/ . Ошонда уҡ конкурстың положениеһы менән танышырға мөмкин. Фотоконкурс өс этапта уҙғарыла: Беренсе этап – 2024 йылдың 10 майынан 29-ына тиклем – ғаризалар һәм эштәр ҡабул итеү. Ғариза бирергә һәм эште Яндекс - форма аша беркетергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/cloud/66236d23c417f33ad5aedc21/. Икенсе этап – 2024 йылдың 1 июненән 10-ына тиклем – тауыш биреү, ул китапхана-ойоштороусының рәсми сайтында үтә. Тауыш биреү 10 июндә Мәскәү ваҡыты менән 14.00 сәғәттә тамамлана. 2024 йылдың 11 июнендә китапхана-ойоштороусының рәсми сайтында конкурс йомғаҡтары баҫыласаҡ. Конкурс йомғаҡтары буйынса тауыш биреү барышында иң күп лайк алған өс еңеүсе диплом менән бүләкләнәсәк. «Минең Өфөм» фотоконкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон сертификат бирелә, уны ойоштороусы-китапхананың рәсми сайтынан күсереп алырға мөмкин. Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 23-сө китапханаһы барлыҡ теләүселәрҙе фотоконкурста ҡатнашырға саҡыра. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.