Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡан баҫымын контролдә тоторға кәрәк

Был аҙнала Бөтә донъя артериаль гипертония менән көрәш аҙналығы билдәләнә. Был ниндәй сир? Уны нисек дауаларға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе, кардиолог Ирина Николаева яуап бирҙе. – Ирина Евгеньевна, ниңә артериаль гипертония менән бәйле хәлдәр көнүҙәк? – Гипертония – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре араһында иң күп таралғаны һәм был һан 40-тан 70-кә тиклем процент тәшкил итә. Артериаль баҫым физик көсөргәнеш ваҡытында күтәрелергә мөмкин, әммә аҙаҡ тиҙ генә тергеҙелә. Әйткәндәй, артериаль ҡан баҫымы кимәлен контролгә алмаһаң, төрлө ҡатмарлыҡтарға килтереүе ихтимал. Өҫтәүенә, һәр икенсе кешенең генә юғары ҡан баҫымы барлығы тураһында белеүе хәлде ҡатмарлаштыра. – Ниндәй артериаль баҫым кимәлен нормаль тип иҫәпләргә мөмкин? – Артериаль гипертония – артериаль баҫымдың даими һәм тотороҡло күтәрелеүе менән бәйле сир. Уның күрһәткестәренең нормала булыуы – терегөмөш бағанаһындағы 139/89 миллиметрҙан юғарыраҡ булмауында. Артериаль б

Был аҙнала Бөтә донъя артериаль гипертония менән көрәш аҙналығы билдәләнә. Был ниндәй сир? Уны нисек дауаларға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе, кардиолог Ирина Николаева яуап бирҙе. – Ирина Евгеньевна, ниңә артериаль гипертония менән бәйле хәлдәр көнүҙәк? – Гипертония – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре араһында иң күп таралғаны һәм был һан 40-тан 70-кә тиклем процент тәшкил итә. Артериаль баҫым физик көсөргәнеш ваҡытында күтәрелергә мөмкин, әммә аҙаҡ тиҙ генә тергеҙелә. Әйткәндәй, артериаль ҡан баҫымы кимәлен контролгә алмаһаң, төрлө ҡатмарлыҡтарға килтереүе ихтимал. Өҫтәүенә, һәр икенсе кешенең генә юғары ҡан баҫымы барлығы тураһында белеүе хәлде ҡатмарлаштыра. – Ниндәй артериаль баҫым кимәлен нормаль тип иҫәпләргә мөмкин? – Артериаль гипертония – артериаль баҫымдың даими һәм тотороҡло күтәрелеүе менән бәйле сир. Уның күрһәткестәренең нормала булыуы – терегөмөш бағанаһындағы 139/89 миллиметрҙан юғарыраҡ булмауында. Артериаль баҫымдың 120/80 миллиметрҙан кәмерәк булыуы, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн дә оптималь тип иҫәпләнә. Һәр кем үҙенең артериаль баҫым кимәлен белһен. Артериаль баҫымдың юғарыраҡ икәнлеген асыҡлау – был сир менән көрәштә беренсе аҙым. Гипертонияның “тыныс үлтереүсе” икәнлеге тураһында оноторға ярамай. Был ваҡытта кешенең йәшәү өсөн мөһим баш мейеһе, йөрәк, ҡан тамырҙары, күҙ телсәһе, бөйөр кеүек ағзалары зыян күрә. – Ҡайһы ваҡытта рәсми рәүештә анализ ҡуялар? – Артериаль баҫым тураһында – систола (юғары) артериаль баҫым 140-тан юғары, диастола (түбән) 90 һәм унан унан юғарыраҡ булғанда һөйләйҙәр. Өҫтәүенә, сир үҫешенә булышлыҡ иткән факторҙар бар. Тоҙло, майлы аҙыҡ-түлек яратҡан, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡҡан, көсөргәнешле хәлдәрҙә йәшәгән, холестерин кимәле күтәрелгән, тәмәке тартҡан, физик йәһәттән әүҙем булмаған кешеләрҙә артериаль баҫым артыусан. Артериаль баҫым күтәрелеүенең билдәләре ниндәй? Оҙайлы ғына ваҡыт ул үҙе хаҡында һиҙҙертмәҫкә һәм осраҡлы рәүештә асыҡланырға мөмкин. Баш мейеһе, йөрәк, күҙ сосудтары, бөйөр зыян күргәндә йыш ҡына беленә. Сирле кешенең башы ауырта, әйләнә, ҡолағы шаулай. Күптәр артериаль баҫымдың артыуына иғтибар итмәй. Ә был хәлдең ҡатмарлашыуына – инсульт һәм инфарктҡа килтерергә мөмкин. Артериаль баҫымды даими контролдә тотоу ағзаларҙың зыян килтереүенән һаҡлай. Гипертония ауырыуҙы иҫкәртеү тураһында һөйләһәгеҙ ине. Артериаль баҫымдың күтәрелмәүе өсөн түбәндәге ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Улар түбәндәгеләр: тәмәке тартыуҙы ташларға; тоҙ ашауҙы кәметергә (тәүлегенә биш грамдан күберәк булмаһын); көн һайын 7 – 10 мең аҙым атларға, физик эш атҡарырға, йөҙөргә кәрәк; тән ауырлығын кәметергә; Дөрөҫ туҡланырға (рационда ябай углеводтарҙы сикләргә, күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашарға – тәүлегенә 400 грамдан кәм түгел, тағы сәтләүек, балыҡ, май миҡдары аҙ булған һөт аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк; стреслы хәлдәрҙе кәметегеҙ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшебеҙҙе, нәҫелдән күскән сирҙәрҙе үҙгәртә алмайбыҙ, әммә, уларға ярашлы, тормош параметрҙарын үҙгәртә алабыҙ.