Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ололарға иғтибар биреп үҙебеҙҙе бәхетле итәбеҙ

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй академияһында “Көмөш бәхет. Әүҙем оҙон ғүмерлелек буйынса субъекттарҙың иң яҡшы тәжрибәләре” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл дә бик йәнле үтте һәм фәһемле булды. Был йәһәттән беҙҙең республикабыҙҙа “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” тигән проект бик уңышлы эшләп килә һәм ул йылдан -йыл байытыла. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова уның төрлө йүнәлештәре тураһында һөйләне. Айырыуса туризм йүнәлеше уңышлы эшләй. Оло йәштәгеләр төрлө яҡтарға экскурсияларға сығып бай күңел тәьҫораттары алып ҡайта. Был йәһәттән хәҙер Белоруссияға, Абхазияға ял ойошторолоуы ла проекттың киңәйә барыуы тураһында һөйләй. Түңәрәк өҫтәлдә ололарҙың ялын ойоштороу буйынса башҡа республикаларҙың тәжрибәләрен дә тыңланылар. Беларусь Республикаһы вәкилдәре фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе. Сыуаш, Удмурд республикалары, Ульяновск өлкәһенең эш алымдары ла түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғүмерҙе нисек оҙонайтырға, мейе ҡартайыуына нисек юл ҡуймаҫҡа? Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға табиптарҙың сығыштарын да ихлас тыңланылар. Ололарға иғтибар, йылылыҡ булғанда, улар үҙҙәренең кәрәклеген тойғанда яҡындарыбыҙ ҙа ҡартлыҡҡа бирешмәҫ. Оҙаҡ йәшәү генә түгел, ололарҙың ҡартлығын бәхетле итеү бурысын да ҡуйҙы һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар. Автор фотолары.