Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында "Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйлыҡ мәҙәниәте" тип аталған коллектив монографияның исем туйы үтте. Йыйынтыҡ ошо исем менән бер йыл элек үткән фәнни-ғәмәли конференция материалдары буйынса әҙерләнгән. Авторҙары – мосолман мәҙәниәтен, фәлсәфәһен, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнгән ғалимдар. Улар Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Махачкала, Силәбе университеттарынан һәм ғилми учреждениеларынан. Баҫманың исем туйында монографияның авторҙары, мөхәррирҙәре, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры Әминә Ураҙова, ошо юғары уҡыу йортоноң төп белгестәре Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Ибн Сина фонды президенты һәм фән буйынса директоры Хадавимогаддам Хамид, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй ислам университеты уҡытыусыһы Рөстәм Азаматов һәм башҡалар ҡатнашып, сығыш яһаны. Ибн Сина фонды президенты Өфө фән һәм технологиялар университетына уникаль ҡомартҡыны – Ибн Фаҙландың “Яҙмалар”ының тулы күсермәһен тапшырҙы. Унда – башҡорттар араһында Ислам динен таратыу хаҡында иң тәүге мәғлүмәттәр. Әхәт СӘЛИХОВ, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре: – Билдәле шәхес, күренекле дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең тормошона, хеҙмәттәренә бағышланған китапҡа төрлө яңы мәғлүмәттәр индерергә тырыштыҡ. Мәҫәлән, Алматы ҡалаһынан билдәле ҡаҙаҡ тикшеренеүсеһе Дусмаил Ҡасҡынбаевтың материалдарынан үҙенсәлекле документаль белешмә алынды: ул Зәйнулла Рәсүлев менән Мифтахетдин Аҡмулла араһындағы мөнәсәбәттәр, ике шәхестең танышыуы тураһында. Китапта был мәғлүмәттең транскрипцияһы, тәржемәһе бирелде, аңлатмалары яҙылды. Йәнә бер ҡыҙыҡлы материал бар – Зәйнулла Рәсүлев үҙ ҡулы менән яҙған документ. Белеүебеҙсә, Троицк ҡалаһында алты мәсет була. Ул иман йорттары тураһында мәғлүмәт элек тә тикшерелә ине, әммә әлеге китапҡа ингәненең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әйтеүемсә, был документаль белешмә Зәйнулла Рәсүлевтең үҙ ҡулы менән яҙылған, мәсеттәрҙең ҡоролоуы, тарихы бирелә, уларҙа эшләгән мәзиндәр, муллалар хаҡында яҙыла. Ғөмүмән, рәсми мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп әҙерләнгән яңы китап динебеҙҙе өйрәнеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.