Найти тему
Башкортостан 24

Өфө ваҡыты - 16.05.2024 Хәрби табип. Янғын миҙгеленә әҙерлек

   Өфө ваҡыты - 16.05.2024 Хәрби табип. Янғын миҙгеленә әҙерлек
Өфө ваҡыты - 16.05.2024 Хәрби табип. Янғын миҙгеленә әҙерлек

"Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем, көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышында Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһы баш табибы Руслан Гәрәев ҡатнашты. Һөнәре буйынса хируг булған табип, махсус операция башланғандан алып, 4 тапҡыр махсус командировкала булып ҡайтты. Рәсәй оборона министрлығы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Руслан Рәлиф улы һуңғы 6 айҙа алғы һыҙыҡта булып, бәрелештә йәрәхәтләнгән һалдаттарға ярҙам күрһәтеп, йөҙәрләгән операция яһаны. Әле Руслан Гәрәев үҙенең элекке вазифаһын – Өфөнөң 8-се дауаханаһы баш табибы бурысын үтәй. Маҡсаттарға килгәндә, клиника яңы ысулдар үҙләштерә. Хәҙер, мәҫәлән, бында йөрәк-ҡан тамырҙарына операциялар яһау мөмкинлеге буласаҡ.

Башҡортостан ҙур янғындарға әҙер.

Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов белдерҙе. Субьект бөгөн махсус режим тәртибендә йәшәй. Башҡортостанда быйыл урман янғындары былтырғы менән сағыштырғанда аҙыраҡ теркәлгән. Уның сәбәптәре – көндәрҙең һалҡын тороуында, ти Ленар Вәхитов.

"Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».