Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер юлы 104 себеш сыға...

Белгестәрҙең әйтеүенсә, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҡулайлы тәбиғәт шарттары, дәүләт тарафынан ярҙам, донъялағы хаҡтар һәм тармаҡтың инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс булыуы йоғонто яһай. Ә бына үҙен мәшәҡәтле ауыл тормошонан, еңел булмаған ер эшенән, мал-тыуар аҫрауҙан башҡа күҙ алдына килтермәгән ғаиләләрҙең тыуған яғында тамыр йәйеүе, йәмғиәткә файҙа килтереүе өсөн нимәләр эшләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине? Шул сараларҙың береһен Борай районында йәшәгән күп балалы ғаилә миҫалында ҡарамаҡсыбыҙ. Эльвина Мостафина һәм Максим Ғәббәсовтар район үҙәгендәге йорттарын ҡалдырып, 15 сутый ере булған бәләкәйерәк бер йорт һатып алған. Артабан, төкәтмә яһап, уны ҙурайтырға иҫәптәре бар. Ни тиһәң дә, ғаиләлә уҙыша-уҙыша дүрт ир бала үҫеп килә. Ҙур улдары Наил менән Данис 14 һәм 12 йәшлек үҫмерҙәр инде, биш йәшлек Әнүәр балалар баҡсаһына йөрөй, төпсөктәре Реваз ни бары йәш ярымлыҡ ҡына. Ике йыл эсендә ҡул эшенә оҫта йорт хужаһы байтаҡ төҙөлөш эштәрен башҡарып өлгөргән, аҙбарын да, мунсаһын да һ

Белгестәрҙең әйтеүенсә, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҡулайлы тәбиғәт шарттары, дәүләт тарафынан ярҙам, донъялағы хаҡтар һәм тармаҡтың инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс булыуы йоғонто яһай. Ә бына үҙен мәшәҡәтле ауыл тормошонан, еңел булмаған ер эшенән, мал-тыуар аҫрауҙан башҡа күҙ алдына килтермәгән ғаиләләрҙең тыуған яғында тамыр йәйеүе, йәмғиәткә файҙа килтереүе өсөн нимәләр эшләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине? Шул сараларҙың береһен Борай районында йәшәгән күп балалы ғаилә миҫалында ҡарамаҡсыбыҙ. Эльвина Мостафина һәм Максим Ғәббәсовтар район үҙәгендәге йорттарын ҡалдырып, 15 сутый ере булған бәләкәйерәк бер йорт һатып алған. Артабан, төкәтмә яһап, уны ҙурайтырға иҫәптәре бар. Ни тиһәң дә, ғаиләлә уҙыша-уҙыша дүрт ир бала үҫеп килә. Ҙур улдары Наил менән Данис 14 һәм 12 йәшлек үҫмерҙәр инде, биш йәшлек Әнүәр балалар баҡсаһына йөрөй, төпсөктәре Реваз ни бары йәш ярымлыҡ ҡына. Ике йыл эсендә ҡул эшенә оҫта йорт хужаһы байтаҡ төҙөлөш эштәрен башҡарып өлгөргән, аҙбарын да, мунсаһын да һалған. Күпләп ҡош-ҡорт тоталар, хатта ғаиләнең инкубаторы бар, бүлмәләрҙең береһендә бик берҙәм сипылдашҡан себештәрен дә күрҙек. “Бер юлы 104 себеш сыға, шунда уҡ һатып ебәрәм, клиенттарым бар”, – ти Эльвина. Йорт хужабикәһе бығаса “Светофор” магазинында һатыусы булып эшләгән, әле декрет ялында, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл. Ире Максим вахта ысулы менән юл төҙөлөшөндә эшләй. Йәштәр үҙ хужалыҡтарын булдырып йәшәү өсөн бөтә көсөн һала. Борайҙағы”Ғаилә” хеҙмәте бүлеге белгестәре ишле ғаиләне яҡшы белә, уға контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу буйынса булышлыҡ иткән. Йылдың тәүге кварталында ғына республиканың 200-гә яҡын кешеһе социаль контракт нигеҙендә шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәһе булыуға өлгәште. Контракт буйынса социаль ярҙам аҙ килемле ғаиләнең тормош кимәлен күтәрергә тейеш. Һәр осраҡта социаль яҡлау органдары ғаиләнең килемен арттырыуҙың тәьҫирле ысулдарын һайлашырға тейеш. Уның юлдары төрлө: табышлы эш табырға ярҙамлашыу; өҫтәмә һөнәр алыуҙа; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлауҙа, шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырыуҙа, ауыр тормош хәленән сығыуҙа саралар күреүҙә булышыу. Түләүҙәр ҙурлығы төбәк кимәлендә билдәләнә, ә федераль кимәлдә сикләүҙәр ҡаралған: бизнес асыуға – 350 мең һум; шәхси ярҙамсы хужалыҡҡа – 200 мең һум; яңынан уҡыу һәм һөнәр алыуға – 30 мең һумға тиклем; ҡатмарлы тормош хәленән сығыуға бөтә контракт осоронда – 50-70 мең һум. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән Рәсәй биләмәһенән ситкә сығырға тура килһә, түләүҙәрҙе бер ай эсендә кире ҡайтарырға кәрәк икәнлеген дә онотмайыҡ. Аҙ килемле ғаиләнең йәки аҙ килемле яңғыҙ йәшәгән граждандың йән башына тура килгән килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбән булғанда ғына ярҙамдың был төрөнә дәғүә итергә мөмкин. Яңы таныштарыбыҙ Эльвина һәм Максим шәхси хужалыҡты үҫтереүгә аласаҡ түләүҙәрҙе маҡсатлы тотонасаҡ, улар аҡса иҫәпкә килеү менән йәш үгеҙҙәр һәм күркә алыуҙы планлаштыра. “Беҙҙең өсөн бик ҡулайлы программа, – ти йәштәр, ҡыуанышып. – Ваҡытында отчет бирергә генә кәрәк, эш барһа, аҡсаны ҡайтарырға тура килмәйәсәк”. Был түләүҙәрҙе мал-тыуар, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары һатып алыуҙан тыш, ветеринария препараттары, баҡса ҡорамалдары, орлоҡ, үҫентеләр алыуға ла тотонорға мөмкинлеген белдек. Борайҙағы “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре әйтеүенсә, ауыр тормош хәленә юлыҡҡан ғаиләләр өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамына районда ихтыяж бар, ул граждандарҙың тәү сираттағы һорауҙарын үтәргә, балаларҙы кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итергә ярҙам итә. Эльвина менән Максим да был мөмкинлектән файҙаланған, ғаиләне мөһим кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүгә булышҡан программанан улар ҡәнәғәт ҡалған. “14 мең һум беҙҙең өсөн ул мәлдә бик ҙур аҡса ине. Бындай дәүләт ярҙамы ҙур ғаиләләр өсөн һис артыҡ түгел”, – ти күп балалы әсә. Йәш ғаиләнең дәүләт саралары ярҙамында, үҙ тырышлыҡтары һәм уңғанлыҡтары менән аяҡҡа баҫырға , балаларына тәрбиә, белем бирергә ынтылыуын хупларға ғына ҡала. Маҡсат ҡуйып, сәләмәт тормош менән йәшәгән йәштәрҙең бөтә ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығасағына шикләнмәйбеҙ. Динә Арыҫланова. Борай районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.