Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыш – саңғыла, йәй – велосипедта...

Яңауыл районының Шудек ауылында йәшәүсе Нина һәм Рәйес Уразмәтовтар бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуҙарын билдәләне, тип яҙа “Янаульские зори”. Яҡташтары татыу ғаиләне бары яҡшы яҡтан ғына һүрәтләй. Тәүге тапҡыр йәштәр илле йыл элек Нинаның тыуған яғында, Пермь крайының Позрес ауылында осраша. Рәйес ул саҡта ошо ауыл егетенә ике туған һеңлеһен кейәүгә бирә. Оҙаҡламай ғашиҡтар өйләнешә, йорт һала, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Милана һәм улдары Александр ғаиләләре менән тыуған ауылдары Шудекта йәшәй. Төпсөктәре Павел ғаиләһе менән – Сарапулда. Балалары ата-әсәһенә алты ейән-ейәнсәр бүләк иткән. Нина һәм Рәйес Уразмәтовтар пенсияла ла әүҙем тормош алып бара. Ҡышын саңғыла рәхәтләнеп тау шыуһалар, йәйен велосипедта йөрөйҙәр. Аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт булыуы ла, баҡса мәшәҡәттәре лә уларҙы ҡурҡытмай. Хужабикә сәскәләр үҫтерергә әүәҫ, үҙешмәкәр түңәрәктә әүҙем ҡатнаша, яугирҙәргә маскировкалау селтәрҙәре үреүгә үҙ өлөшөн индерә. Ә Рәйес Ғиззәт улының яратҡан шөғөлө – балыҡҡа йөрөү. “Беҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, татыулыҡ һәм бәхеттең сере шунда. Һәр кемдең мәнфәғәттәрен хөрмәт итәбеҙ һәм юл бирәбеҙ”, – ти хеҙмәт ветерандары. Рөстәм Сангов фотоһы.