16 майҙа "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумында 13 миллионынсы ҡунаҡ булды. Был халыҡ-ара күргәҙмә-форумы - илдең бер майҙансыҡта йыйылған мөһим ҡаҙаныштары. Күргәҙмә дауамында ҡунаҡтарҙы мәҙәни саралар, бай эшлекле һәм мәғариф программаһы көтә. Күргәҙмәгә Рәсәйҙең 89 төбәгенең, алдынғы федераль ведомстволарҙың, корпорацияларҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының экспозициялары ҡуйылған. "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумы Мәскәүҙә 4 ноябрҙән 8 июлгә тиклем ВДНХ биләмәһендә үтә. Башҡортостандың ижади коллективтары Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә үткән Бөтә Рәсәй туй фестивалендә ҡатнашты. Беҙҙең төбәк коллективтары сағыу туй тамашаһына ҡушылды, унда Волга буйының парҙары, төбәк урам театрҙары һәм ижади коллективтары ҡатнашты. Бөтә Рәсәй туй фестивале 12 майҙа «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында башланғайны. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23903/