Бөгөн, 17 майҙа, Өфөләге "Торатау" конгресс-холында Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы бара. Проектты республикабыҙҙың гүзәл заттары күптән үҙ итте һәм бөгөнгө сарала ла был тойола. Әлеге ваҡытта төрлө майҙансыҡта төрлө темаларға сығыштар тыңланыла, түңәрәк өҫтәлдәр үҙ эшен дауам итә. "Геройҙар дәүере" тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәл дә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын йыйҙы. Уны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса "Ватан һаҡсылары" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәйҙәрен һәм тол ҡатындарын аяғүрә баҫып хөрмәтләне, уларға сәскә гөлләмәләре тапшырылды. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең сығышында махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә төбәктә 39 төрлө ярҙам сараһы булдырылыуы тураһында һөйләне. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарға ныҡ булырға, көслө тыл булдырырға саҡырған сығыштар