Башҡортостанда «Затон» көнкүреш хеҙмәтләндереү сервис комплексы төҙөлә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 310 миллион һум. Проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән, уны тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреү күҙаллана. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комплексы Өфө районында М7 «Волга» федераль әһәмиәттәге автомобиль юлы эргәһендә урынлашасаҡ. Проекттың инициаторы - «Альянс-Р» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Комплексҡа химик таҙартыу, мебель һәм йорт кәрәк-яраҡтарын ремонтлау, бөҙрәхана һәм матурлыҡ салондары хеҙмәттәрен күрһәтеү инә. Бында шулай уҡ көнкүреш тауарҙары магазиндары, дарыухана, дөйөм туҡланыу пункты, еңел һәм ауыр йөк машиналары өсөн туҡталҡа, комплексҡа килеүселәр өсөн ял итеү урындары һәм электр автомобилдәрен заправкалау пункты эшләйәсәк. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23904/