Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан делегацияһы вәкилдәре, Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев һәм Ферган өлкәһе хакимы урынбаҫары Нуриддин Мамажанов менән осрашты. – Беҙҙең өсөн Үзбәкстан – мөһим стратегик партнер, – тине Радий Фәрит улы. – Киләсәктә үҫеш тағы ла артасаҡ, бының өсөн потенциал бар, уны уңышлы тормошҡа ашыра алабыҙ. Шуға ныҡлы ышанам, беҙҙең был осрашыу тәрән сәнәғәт кооперацияһын булдырыуға көслө этәргес бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт, гуманитар һәм социаль өлкәләр тураһында ла фекер алышыу мөһим. Республикабыҙҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында иһә Үзбәкстан вәкилдәре менән эшлекле осрашыу ойошторолдо. Унда Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында стратегик партнерлыҡтың киләсәге тураһында фекер алыштылар. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм фармацевтика сәнәғәте, көнкүреш химияһы, төҙөлөш материалдары һәм косметика етештереү ҙә һөйләшеүгә сығарылды. Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республикабыҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестиц