1 июндә баш ҡалабыҙ Өфөләге Арт-квадратта "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале ойошторола. "Мин башҡортса һөйләшәм" - телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале. Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы» майҙансығынан башлана. Арт-квадрат биләмәһендә түбәндәге зоналар эшләй: - Башҡорт телендәге музыкаль/шиғри баттлдар зонаһы;- Иң бәләкәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйын зонаһы;- Ата-әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;- Милли уйындар;- Башҡортса уйындар, уйынсыҡтар, дидактик материалдар һәм китаптар;- Башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар күргәҙмәһе. «Тел лабораторияһы»ның бөтә зоналары бер тематикаға берләштерелгән, унда ойоштороусылар килгән ҡатнашыусылар менән бергә башҡорт телен төрлө тәжрибәләр аша өйрәнеп ҡараясаҡ. Кескәй тамашасыларҙы урам театрҙары, халыҡ бейеүҙәре, тамбурлы сигеү, бәләкәй келәмдәр, кескәй селтәр, балсыҡтан тәрилкәләр эшләү, кейеҙҙе ҡоро килеш баҫыу буйынса һәм башҡа төрлө